Тауыш биреү: https://vk.com/amanatrb?w=wall-41010454_36336%2Fall
1. Айсулпан Рәхмәтуллина. Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан. “Мин - 4-се синыфта белем алам. Буш ваҡытымда өйҙә бер минут та эшһеҙ ултырмайым, туҙан һөртөп, иҙән, сынаяҡтар йыуам. Урамда бәрәс, быҙауҙарға һыу эсерәм. Ауылыбыҙҙа, мәктәптә төрлө мәҙәни сараларҙа ла ҡатнашам”.
2. Илһөйәр Ишбулатова. Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан. “Миңә - 14 йәш. 8-се синыфта уҡыйым. Буш ваҡыттарымда әсәйемә өй эштәрен эшләшәм, тәмлекәстәр бешереп ярҙамлашам, әҙәби китаптар уҡыйым, ҡусты, һеңлеләремде ҡарап тәрбиәләшергә яратам”.
3. Алтынай Әфләтүнова. Әбйалил районның Асҡар ауылынан. “Миңә -9 йәш. 2-се синыфта уҡыйым. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, әсайема ярҙам итам, “Аманат” журналын яратып уҡыйым, саф һауала әхирәттәрем менән уйнайым. Өйҙө лә бәхтә тоторға яратам”.
4. Линара Шәмсетдинова. Ғафури районының Йөҙимән ауылынан.
“Миңә - 15 йәш. Буш ваҡытымда китап уҡырға яратам шулай уҡ әсәйемә аш-һыу бешерергә ярҙамлашам. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Урал батыр эпосын бәләкәй йәштән уҡ ятлайым, әле эпостың 3500 юлын яттан беләм”.
5. Азалия Хәсәнова. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан. “Миңә – 7 йәш. Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының 1-се синыфында белем алам. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрәм, төрлө башватҡыстар сисәм, китаптар уҡырға яратам.