Әйләнеп торған орсоҡ.
Һис кенә түгел осоҡ,
Иламай ҙа бер остоҡ.
Ҡыҙым минең - һандуғас,
Йылғыр ғына ҡарлуғас.
Ҡара ҡашы ҡып - ҡыйғас,
Осоп килә саҡырғас.
Ҡыҙым минең —- ҡыҙ -ҡанат,
Сутылдай ҡабат - ҡабат.
Яман күҙҙән ҡыҙғанам,
Наҙлы ғынам, ҡыҙғынам.
(Фәнил Бүләков)