+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
13 Июль 2022, 10:38

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

Ралина Ибатуллина. Ауырғазы районы Талбазы ауылынан. “Миңә – 9 йәш. Мәктәпте, дуҫтарымды, уҡытыусы апайҙы һағындым. 3-сө синыфты тик яҡшы билдәләренә генә тамамланым. Буш ваҡытымда бейергә яратам, әсәйемә һеңлеләремде  ҡарашам, һауыт-һаба һәм иҙән йыуам”.

 

Лиана Йәлилова. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан. “Миңә – 10 йәш. Буш ваҡыттарымда һүрәт төшөрөргә, төрлө ҡул эштәре менән булышырға яратам. Әсәйемдең ҙур ярҙамсыһыла мин. Һауыт-һаба йыуып, гөлдәргә һыуҙар ҡоям. Баҡсала түтәлдәрҙе утап, ҡош-ҡорттарға ем һалам.”

Самира Садыкова. Әбйәлил районының  Гусев ауылынан.  “Миңә – 6 йәш. Буш ваҡытымда бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә яратам.  Гимнастика менән шөғөлләнеүе лә бик оҡшай. Быйыл 1-се синыфҡа уҡырға барам”.

Динә Иҫәнбаева булам. Йылайыр районының Сәләх ауылынан. “Миңә – 6 йәш. Буш ваҡытымда йәнһүрәттәр ҡарайым, бейейем, йырлайым, һүрәт төшөрәм, ҡурсаҡтарымдың сәстәрен тарап уйнарға яратам. Әсәйемә ҡамыр аштары бешергәндә ярҙалашам”.

Гөлнәзирә Ғәлиуллина. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан. “Миңә – 10 йәш. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, бейергә, йырларға яратам. “Тик-ток”ҡа, “Инстраграм”ға ҡыҙыҡлы видеолар төшөрөп һалам. Әсәйгә тәмлекәстәр бешерергә, баҡсала түтәлдәргә һыу ҡойоп ярҙамлашам.”

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: