0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ай, һылыу!
18 Август 2022, 14:54

Прическама күҙ теймәһен!

Жданка беҙҙең менән йәшенмәк уйнарға ярата.

Прическама күҙ теймәһен!
Прическама күҙ теймәһен!

Ауылда йәшәгәс ни, күңелле! Каникулда бойоғоп, тик кенә  ултырырға тура килмәй. Йүгерәбеҙ ҙә сабабыҙ. Иртән һөт-ҡаймаҡ айыртып, мәж булабыҙ. Унан баҡсаға сүп утарға, еләк-емеш йыйырға ашығабыҙ. Кисен көтөү ҡаршылайбыҙ.

Һыйырыбыҙ ғына ни эшләптер көттөрөргә ярата. Шуға Жданка тип, урыҫсалап, исем ҡуштыҡ. Үҙ дәрәжәһен белә ул. Жданка булмаһа һөт тә юҡ, ҡаймаҡ та ашамайбыҙ. Ҡатыҡ-ҡоротто төшөбөҙҙә генә күрәсәкбеҙ...

Жданка һөттө мул бирә. Шуныһы яҡшы. Тик бер насар ғәҙәте бар: беҙҙән шырлыҡ араһына ҡасырға ярата. Әсәйем менән икәүләп баҫтырабыҙ һәүкәшебеҙҙе. Шырлыҡ араһына инә лә сума. Беҙҙең менән йәшенмәк уйнай. Һаҙлыҡҡа батып, ботаҡҡа сәнселеп, кесерткәнгә сағылып, дегәнәк күмелеп, шырлыҡ араһынан өсәүләшеп килеп сығабыҙ.

Бына шулай күңелле үтте минең каникулым ауылда! (Жданканы баҫтырып йөрөп, шырлыҡ араһынан килеп сыҡҡан мәлдәге минең матур прическам).

Исемемде яҙып тормайым. Әтеү прическама күҙ тейә.

Прическама күҙ теймәһен!
Прическама күҙ теймәһен!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: