Эмилия Гәрәева
Өфө районының Дорогино ауылынан
“Миңә – 10 йәш. Мин кескәй саҡтан уҡ художестволы гимнастика менән шөғөлләнәм. Төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулайым. Мәктәптә яҡшы уҡыйым, айырыуса, әҙәби уҡыу, физик культура дәрестәре оҡшай. Тәбиғәттең матурлығын күҙәтергә, бейергә, йырларға, шиғырҙар һөйләргә яратам”.
Элиза Сөләймәнова
Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылынан.
“7-се синыфты тик 5-ле билдәләренә тамамланым. "Аманат" журналын яратып уҡыйым. Бигерәктә балалар менән булған ҡыҙыҡлы көләмәстәрен уҡыйым. Үҫкәс юғары уҡыу йортон уҡып бөтөп, башланғыс класс уҡытыусыһы булғым килә. Өлкәндәргә ярҙамлашам, өй эшендә булышам, һүрәт төшөрәм, китап уҡыйым, конкурстарҙа катнашам”.
Ләйлә Әбсәләмова. Хәйбулла районының Татар-үҙәк ауылынан.
“Миңә – 10 йэш. 3-сө синыфта яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Сәнғәт мәктәбенең бейеү, вокал түңәрәктәрендә шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә яратам, бәләкәс ҡустым менән уйнайым.Төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашам. Спорттыүҙ итәм.
Зинира Мустафина
Бөрйән районның Байназар ауылынан
“Миңә – 11 йәш. 6-сы синыфҡа күстем. Буш ваҡытымда бейерга, һүрәт төшөрөргә яратам. Әсәйемә ярҙамлашып ике һеңлемде ҡарашам, гөлдәргә һыу ҡойям, һауыт-һаба йыуышам”.
Ильзирә Ҡарағолова.
Бөрйән районының Килдеғол ауылынан.
“Миңә – 3 йәш. Бәләкәй генә булһамда бейергә, йырларға яратам. Ауылыбыҙҙа балалар баҡсаһына йөрөйөм. Уҡый белмәһәмдә апай-ағайҙарымдан алда “Аманат” килеү менән иң беренсе мин ҡарап сығам