“Ай һылыу!” конкурсының март айы еңеүсеһе билдәләнде. Арина Искәндәрова 170 тауыш менән иң алға сыҡты.
Икенсе урында – Стәрлетамаҡтан Лиана Искәндәрова (167 тауыш), өсөнсө – Мәләүездән Мирра Ғәбделхаҡова (12 тауыш).
Еңеүсе үҙе тураһында:
“Арина Искәндәрова булам. Өфө ҡалаһының 158-се Башҡорт гимназияһында бик уңышлы ғына уҡыйым. Һүрәт төшөрөргә, сәйлән менән үрергә яратам. Әсәйемә аш-һыу бешерешергә ярҙам итәм. Бәләкәй генә ҡустым да бар минең. Уны ныҡ яратам! Мәктәптән һағынып ҡайтам да бергә уйындар уйнайбыҙ, саф һауала йөрөйбөҙ”.