+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2023, 14:17

Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте

Сара педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәр авторы, “Йәйләү” профилле сменаһың, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арналды.

Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда “Бураҡаева уҡыуҙары” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара педагогия хеҙмәте ветераны, “Тормош һабаҡтары” программаһы һәм дәреслектәр авторы, “Йәйләү” профилле сменаһың, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваға 80 йәш тулыуға арналды.

Конференцияның секцияларында һәм пленар ултырышта Ейәнсура, Яңауыл, Мәләүез, Туймазы, Көйөргәҙе, Ғафури, Баймаҡ, Күгәрсен, Ҡыйғы, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районынан килгән уҡытыусылар ҡатнашты. Мәрйәм Бураҡаеваның хеҙмәттәре, әҫәрҙәре, этнопедагогика, уларҙың йәш быуынға әхлаҡи, патриотик, гражданлыҡ, экологик тәрбиә биреүҙәге роле тураһында сығыш яһаны, фекер алышты.
Фәнни-ғәмәли конференцияны асыуҙа Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов сығыш яһаны һәм конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

- Сараның маҡсаты – Мәрйәм Бураҡаеваның эшен дауам итеү, киләһе быуынға тапшырыу. Шуға күрә, етди һөйләшеүҙәр ҙә, шул уҡ ваҡытта байрам кәйефе лә буласаҡ. Беҙ ошондай маҡсаттар менән алға барабыҙ икән, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, башҡорт халҡының киләсәге бар. Ошо эште беҙҙең хөрмәтле яҡташыбыҙ Мәрйәм Бураҡаева ғүмере буйы алып барҙы: “Йәйләү”, Башҡорт гимназияһы булһынмы, “Тормош һабаҡтары” дәреслеге, төрлө осрашыуҙар булһынмы, ҡайһы бер саҡта етәкселеккә барып еткереүҙәрме – барыһы ла уның ҡулы, күңеле аша үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының яҡташыбыҙ булыуы менән ғорурланам, уның бөгөн дә халҡым, тыуған ерем тип эшләй алыуы өсөн һөйөнәм.

Айгөл Ҡылысбаева фотолары

Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Ейәнсурала “Бураҡаева уҡыуҙары” үтте
Автор:аманат
Читайте нас: