Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр ижад итә. “Аманат”тың йыллыҡ конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева балаларҙы ижадҡа дәртләндереүсе. Уҡыусыларҙың ижадын, ынйылай бөртөкләп сүпләп, “Аманат” журналының төрлө конкурстарына ебәреп тора.
Һеҙҙең иғтибарға ике Алтынайҙың Кинйә-Абыҙ тураһындағы шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Тарихи шәхесебеҙ!
Мең ете йөҙ егерменсе йылда.
Арыҫланда тыуа бер бала.
Ай үҫәһен, көн үҫеп,
Батыр бер бала була.
Исеме— Кинйә атлы,
Ихтирамға бик лайыҡ!
Сығып китә ауылынан,
Ҡайҙа бара, уйлайыҡ?
Көйөргәҙе буйы Кинйә-Абыҙҙа
Туҡтала беҙҙең егет.
Буласаҡ ауыл ерендә
Төшмәй ул бер ҙә ебеп.
Ҡыпсаҡ ырыуы ағасы –
Ҡараманы ултырта.
Ҡараманың эргәһенә,
Йәшәр өйөн ҡалҡыта.
Карателдәр эҙәрләгәс,
Ҡаҙаҡ далаларына китә.
Тыуған яғын башҡа күрмәй,
Кемдәр башына етә?
Халҡым онотмай батырын:
Тарихи роман яҙа,
Киноһы ла төшөрөлгән,
Мәмерйәһе лә ҡалҡа!
Алтынай Хөсәйенова, Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Милли батырыбыҙ!
Халҡыбыҙ быуаттар буйы
Ирек өсөн көрәшкән.
Пугачев яуына үҙ халҡын
Кинйә артынан эйәрткән.
Кинйә Арыҫланов халҡының
Арҙаҡлы улы булған.
Халҡы өсөн беренселәрҙән
Пугачевҡа ҡушылған.
Абыҙ булған, күп тел белгән,
Пугачевтың уң ҡулы.
Башҡа милләт вәкилдәре
Ихтирам иткән уны.
Пугачевты тотҡанда
Эҙһеҙ юғала Кинйә.
Батырыбыҙҙың исемен
Халҡы онотмаҫ мәңгегә.
Кинйә-Абыҙ ауылында
Батырҙың музейы бар.
Уның исемен йөрөтә
Гимназия, урамдар.
Батырыбыҙ тураһында
«Кинйә» романы яҙылған.
Нәфис фильм төшөрөлгән
Уға һәйкәл ҡуйылған!
Алтынай Ишбирҙина,
Ейәнсура районының Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.