+24 °С
Ямғыр
Ижад ҡомары
21 Март 2024, 09:55

Һыуһылыу менән Ерегет - 2

–Юҡ! Барам! Ҡайҙа барып сығырымды әлегә белмәйем... Шулай булһа ла барам әле,- тип Һыуһылыу бер нимәгә ҡарамай алға ынтыла. Бара торғас, ҡапыл: “Был ерҙәргә ғонаһлы заттар инеп үлә торғандыр...” –тигән ҡурҡыныс уй телгеләп үтә мейеһен.

Һыуһылыу менән Ерегет - 2Һыуһылыу менән Ерегет - 2
Һыуһылыу менән Ерегет - 2

Әкиәт

(Дауамы) башы https://amanat.su/articles/izhad-omary/2024-02-28/yu-ylyu-men-n-ereget-4024398

–Юҡ! Барам! Ҡайҙа барып сығырымды әлегә белмәйем... Шулай булһа ла барам әле,- тип Һыуһылыу бер нимәгә ҡарамай алға ынтыла.

Бара торғас, ҡапыл: “Был ерҙәргә ғонаһлы заттар инеп үлә торғандыр...” –тигән ҡурҡыныс уй телгеләп үтә мейеһен.

“Ә ниңә башҡалар ғына ғонаһлы һуң? Һыуһылыу үҙе лә бит ғонаһлы түгелме ни?” Үҙҙәренең күршеһе Балыҡбикәнең улы Балыҡбай Һыуһылыуҙы нисек өҙөлөп ярата! Атаһының батшалығындағы балыҡегеттәр һуң?.. Һылыу ҡыҙҙан улар күҙҙәрен ала алмай ҙаһа?!. Үҙ мөхитендәге, исмаһам, бер генә егетте лә һайлап ала алмағас, үҙ халҡының егеттәрен һанға һуҡмағас, ғонаһлы булмай, кем булам?” – тип Һыуһылыу үҙен-үҙе ғәйепләп, Таштау эсендәге ҡараңғылыҡҡа ҡарай тағы ла шәберәк йөҙә башлай. Әйтерһең дә ул шулай үҙенә-үҙе яза бирә.

Бәй!.. Был ни хәл?!. Һыуһылыу ҡапыл ғына баш осонда ҡояш нурҙарын күреп ҡала һәм һыу өҫтөнә йөҙөп килеп сыға. Тирә-яҡта илаһи тынлыҡ. Ә иҫ китмәле саф таҙа һыу өҫтөндә ҡояш нурҙары һикерешә. Йәнгә рәхәт! Ниңәлер шомло булып китә уға:

“Анау һынлы дөм ҡараңғылыҡтан, ҡаты һыуыҡтан оҙаҡ килеп, әллә мин үлеп киттемме икән? Ожмахтай йылылыҡ, тынлыҡ, яҡтылыҡ, саф һыу... Ышанырлыҡ та түгел...” – тигән уйҙар менән рәхәтлеккә сума Һыуһылыу.

Балыҡҡыҙҙың был тиклем хозурлыҡты ташлап, атаһының батшалығына кире ҡайтҡыһы ла килмәй. Бында һиллек, йылылыҡ, яҡтылыҡ... Мин бында ҡалам!..

 

Батшабикәнең борсолоуҙары

Һыубатшаның батшалығында тыныслыҡ китә. Күҙ терәп торған Һыуһылыуҙары һыуға сумғандай ғәйеп була. Ауға эләктеме, берәй яуыз  ғүмерен ҡыйҙымы икән тип, барыһы ла борсола. “Әллә күҙе төшкән теге Ерьегет үҙе менән алып киттеме икән?” – тигән уйын иренә әйтергә уҡталып та ҡуя Батшабикә. – “Туҡта, баламды үҙем эҙләп киләйемсе. Былай ҙа Батшалыҡта инде икенсе көн бер кем дә керпек ҡаҡҡаны юҡ,” – ти ҙә балаһын эҙләп, сығып китә.

Ер кешеләренең һыу алған, һыу инергә төшкән ерҙәрен мин беләм, тип шул яҡҡа ашыға. Ҡатын-ҡыҙҙар йылғанан көйәнтәләп һыу ташый. Ҡырҙараҡ, ат эсергән ерҙә, яр ситендә, уйға батҡан бойоҡ Ерьегетте күреп ҡала.

Батшабикә: “Бына кем икән Һыуһылыуының йөрәген яулаған Ер кешеһе!” Һыуһылыуымды өйөнә алып ҡайтманымы икән был бәндә? Улай тиһәң, һыуға бағып, ҡайғырып ултырыр инеме һуң?- тип уйлай. “Һыубатшаһына әйтергәме икән был турала? Әйтһә, ауыл халҡына көн бөтөр бит! Үс итеп, һыуға төшкән һәр бер кешене яралай башламаҫмы? Ауыл халҡы ла Һыубатшаны ғәфү итмәйәсәк. Дәррәү килеп, пыран-заран ҡыйрата башлаһалар, батшалығыбыҙҙан ни ҡалыр?”- тип хәүефләнеп китә Батшабикә.

Һыубатша менән Батшабикәнең иркәләп, ни теләһә шул бойороғон үтәп кенә үҫтергән ҡыҙҙары, әле килеп, һөйөү утында янып, ярһып сабыулауын бик тә яҡшы аңлай әсәй кеше.

Йәш сағында үҙенең дә башынан кисергән ул хәлде Батшабикә. Ләкин атаһы бик ҡаты тота.

-Ҡыҙым, һин үтә һылыуһың. Шуны онотма, һин батша кәләше булырлыҡһың. Батшабыҙҙың улы үҫеп етте. Тиҙҙән уға кәләшлеккә ҡыҙ һайлай башларҙар. Һин аҡыллы. Үҙеңдең дәрәжәңде бел! – Ошо һөйләшеүҙән һуң атаһы сығып китә лә өйгә башҡаса әйләнеп ҡайтмай. Әллә берәйһенең ауына эләгеп ҡуйҙымы, ошонан һуң уны берәү ҙә күрмәй.

Ул саҡта күпте күргән, йәшәгән йыртҡыс суртандар күп була. Бәлки, улар тамаҡлағандыр. Һыусәскә (Батшабикәне ҡыҙ сағында шулай атап йөрөтәләр ине) менән әсәһе ҡәҙерлеләренең ҡайҙа йөрөгәнен белмәһәләр ҙә, көн дә уны зарығып көтөп, көн итә. Һыусәскәнең атаһы эҙһеҙ юғалғас, күп тә үтмәй, Һыубатша улына кәләшлеккә ҡыҙ һайлай башлай. Бик күп ҡыҙҙарҙы ҡарап сыға. Һыусәскәне тәү күреүҙән, Һыубатша: “Бына был ҡыҙ миңә бик тә оҡшай. Улыма кәләш, миңә килен ошо бала булыр” – ти.

Яусы ебәреп, һоратып, никахлап, Һыубатшаның улы менән ғаилә ҡоралар. Һыусәскә ошо мәлдән Батшабикә булып китә.

 

Лоҡмандың һағышы

“Лоҡман батыр нишләп һирәк күренә башланы әле? Ат сабыштырған ергә лә һирәк килә,”- тип иптәштәре лә хәүефләнә. Һыуһылыуҙы күргәндән бирле, һөйгәнен тағы ла бер күргеһе килеп, һыу буйынан ҡайтмай егет.

Әсәһе лә күрә. “Лоҡман йүнләп ашамай ҙа, йоҡоһо ла юҡ,”- тип бабайына борсолоуын белдерә. - “Улыбыҙға әллә нимә булды шул, бигерәк һурығып китте,” – ти. Атаһы улының артынан күҙәтергә булып китә.Ә улы һыуға ҡарап тик ултыра икән. Шунан атаһы: “Был бала яр буйында һыуға ҡарап ултыра, хилаф эш түгел, шулай ял итәлер инде. Йә доғалар ятлайҙыр, ” - ти ҙә ҡайтып китә.

Лоҡман был юлы ла Һыуһылыуҙы осрата алмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Хужалыҡ эштәре менән булышайым исмаһам, тип үҙен эшкә әүрәтә.

Күршелә генә Азамат дуҫы йәшәй. Уның алсаҡ, яғымлы һеңлеһе, Лоҡманға ғашиҡ ҡыҙ Гөлйемеш тә көндәгесә, ниндәйҙер эш менән мәшғүл. Егетте бер күреү уның өсөн оло байрамға тиң.  Лоҡман да Гөлйемештең яратыуын һиҙә.

-Лоҡман  ағай, ниңә инде киске уйынға йөрөмәй башланың? Унда барыһы ла һине көтә, мин дә...- ти Гөлйемеш, ҡыйыулығын туплап.

Гөлйемеш дөрөҫ әйтә бит. Миңә киске уйынға сығырға, тиҫтерҙәрем менән аралашырға кәрәк. Һыуһылыуҙы уйлап, былай үҙемә йомолоп йөрөһәм, ҡыйығым китеп тә барыр, тәүбә! Аллам һаҡлаһын, тип уйлап ҡуя ла, үҙе Гөлйемешкә кәртә аша йылмайып, ҡулын ғына болғай.

     Көндәр яйлап үтә тора. Ауыл йәштәре төрлө ярыштарға әҙерләнә. Лоҡман йәненә йәм таба алмай һөйгәнен көтә. Һыу ҡыҙын бер генә күрер өсөн көн дә яр буйын килә. Ә Һыуһылыу Таштау артында бер нисә көн була. Шулай ҙа бер үҙенә бик тә күңелһеҙ. “Юҡ, яңғыҙым мин йәшәй алмайым!”- тип яңынан ҡараңғы, һыуыҡ Таштау аҫтындағы оҙон юлға сығып, ҡайтыу яғына ыңғайлай. “Ҡайтайым. Атайым менән әсәйем дә һағынышып бөткәндер инде, борсола торғандарҙыр. Үҙем дә һағындым. Атай-әсәйемде лә, Ерьегетте лә. Эхх, өҙөлөп яратам бит мин ул егетте!”- Һыуһылыу уйҙарға бирелеп, шәп-шәп йөҙөп, йөҙйәшәр Суртан, йәйендәрҙән йәшенә-йәшенә үҙҙәренең батшалығына ҡайтып инә.

Берҙән-бер ҡыҙҙарының имен ҡайтыуына атай-әсәһе бик тә ҡыуана. Хатта күрше Һыубикә менән уның улы Һыуегет тә ҡыуаныстарын уртаҡлашырға, Һыуһылыуҙы күрергә килеп етә.

Һыубатшалығындағы халыҡ ҡыҙҙы бик яратһа ла Һыуһылыу үҙенә урын таба алмай болоҡһой. Уйы тик Ерьегеттә. Ул арала Һыубатша шундай хәбәр еткерә: Һыуһылыуҙың имен-аман ҡайтыуын туйлап, ҙур йыйын ойошторола. Унда һәр төрлө ярыштар үткәрелә, барлыҡ балыҡ халҡы, Һыуҡыҙҙары, Һыуегеттәре саҡырыла!

Батшабикә менән Һыуһылыу икәү генә серләшеп ултырғанда, ҡыҙҙың бүлмәһенә атаһы килеп инә.:

-Ҡыҙым, башҡаса, улай беҙҙе ҡайғыға һалып, юғалып йөрөмә инде! Бөтөн йылғаны дер һелкетеп, һине эҙләнек. Йә, ҡунаҡтарҙы һыйлар өсөн ашнаҡсыларға әмер бирегеҙ!- тип бойора.

Батшабикә:

-Ярҙамсыларыма бойорҙом. Улар барыһын да еренә еткереп әҙерләйәсәк. Ҡайғырма бер ҙә!- тип ҡабаланып сығып киткән Һыубатша артынан һөрәнләп ҡала. Һуңынан ҡыҙына йәнә төбәлеп:

-Ҡыҙым, Һыуһылыуым, үтенеп һорайым, Ерьегетеңде башыңдан алып ташла! Бына, бөгөнгө матур байрамда күңел ас, бейе, йырла. Бындай мәлдәр гел генә булып тормай бит. Әйҙә, ҡыҙым, күлдәктәреңде барлай тор.

-Әсәй, мин уның тураһында уйламай булдыра алмайым шул! Уның янына барып еткәнемде мин үҙем дә белмәй ҡалам. Ул егетте күргем генә килеп тик тора. Һөйәм мин уны!.. Уның менән бергә йәшәгем килә, – ти, икән ҡыҙ үрһәләнеп.

-Улар бит Ер кешеләре. Һин шуны аңлайһыңмы, ҡыҙым? Ә беҙ тик һыуҙа ғына йәшәй алабыҙ. Һыуһыҙ, ҡоро ерҙә, беҙгә йәшәү юҡ! – Әсә кешенең һуңғы һүҙҙәре ҡыҙҙы һиҫкәндереп ебәрә, уйға һала.

 

Әсирлектә

Һыуһылыу үҙенең Ерьегетен күрергә ашҡына. “Ерьегетемде күрергә барам тип әсәйемә әйтһәм, ул минән бер тотам да ҡалмаясаҡ, йә һаҡсыларын миңә ҡуша ебәрәсәк,”-тип уйлап, яңғыҙы ғына йөрөп килергә була.

Ҡыҙ һыу ситенә килеп етеүе була, Лоҡманды күреп ҡала. Аҙаҡҡы күргәнендә ул нисек ултырған, әле лә шул көйө генә бойоғоп ултыра.

Ә был ваҡытта Лоҡмандың иптәштәре, аптырағандың көнөнән, ниңә Лоҡман бер ярышта ла ҡатнашмай башланы әле, - тип уның өйөнә күмәкләшеп килә.

Әсәһе:

-Беҙ ҙә уның үҙен бик һирәк күрәбеҙ. Һыу буйынан ҡайтып инмәй, - тип яуап биргән егеттәргә.

Лоҡманды эҙләп, улар һыу буйына килә. Ҡараһалар, Лоҡман яр ситендә ултыра икән.

Егеттәр Лоҡманға:

-Йә, Лоҡман дуҫ, ни хәлдә ултыраһың? Тиҙҙән ярыштар башлана. Онотманыңмы, ете ауыл ярышасаҡ? Бар халыҡ һиңә өмөтләнә, - тигәндәр дәррәү.

- Егеттәр, ярыш кәйефе юҡ миндә. Үҙегеҙ генә ярышығыҙ инде, - ти егет.

-Беҙҙең аттар һинеке кеүек елдән етеҙ булһа, шулай итер инек тә...

...Һыуһылыу килеп, үҙенең Ерьегетенә һоҡланып ҡарап, тыныслана ла, кире ҡайтырға уйлай. Шулай ҙа яҡыныраҡ килеп, һөйләшмәксе була. Инде һыуҙан башын сығарайым ғына тигәндә, Ерьегете янына бер төркөм егеттәр килеп еткәнен күреп, туҡтап ҡала.

Һыуһылыу: “Ниңә былар улай күмәк? Ерьегетенән нимә кәрәк булды уларға?”-Ҡамыштар араһына инеп, башын һыуҙан сығарып, тыңлай башлай.

Егеттәр Лоҡмандың ай-вайына ҡуймай, ҡайҙалыр әйҙәләй башлай. Һыуһылыуҙың ҡото оса. “Ҡайҙа алып китергә итәләр уның һөйгәнен? Ерьегетен алып китһәләр, Һыуһылыу нимә эшләр? Нисек йәшәр унһыҙ?”- Шул саҡ ҡыҙ ҡәтғи ҡарарға килә: “Егетемде хәҙер үк Һыубатшалығына алып китергә тейешмен мин!..”-тип, егеттәрҙең һөйгәне янынан ары китеүҙәрен көтә башлай.

Әмәлгә ярағандай Лоҡман:

-Ярай, егеттәр, мин хәҙер киләм. Һеҙ бара тороғоҙ,- тип, һыу ситенә яҡыныраҡ килеп ултыра. Күңеле ниҙер һиҙенгәндер. Күҙҙәре һаман һыуға төбәлгән.

Әлегә тиклем уның өсөн сиселмәгән ваҡиға булды: ншләп ул ҡыҙҙы һыуҙа күрҙе, артынан йөҙөп барҙы, ә ул шунда уҡ юҡ булды? Әллә ул батып үлдеме икән?  Уны һаман һыуҙан көтәм. Ә ул юҡ... Юҡ, башҡаса көтмәйем. Килмәйем дә, - ти ҙә ҡапыл урынынан һикереп тора.

Шул саҡ томбойоҡтар араһынан ҡыҙ тауыш бирә. Лоҡман ысынмы-бушмы тип, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай һылыу ҡыҙға өндәшә:

-Бәй, бер күренеп ҡалһаңсы тип мин һине көн дә көтәм. Ә һин юҡ та юҡ...

Һыуһылыу ҙа егеткә наҙлы тауышы менән:

-Әйҙә, төш минең янға, бергә һыу инәйек, - ти.

Шуны ғына көткәндәй, Лоҡман, өҫтөндәге бишмәтен сисеп, яр ситенә һала ла, һыуға төшә.

Ҡыҙ:

-Әйҙә, егет, мине тот, - тип һыуға сума. Лоҡман эй, эҙләй, эй, эҙләй, ти. Арып-талып һыу өҫтөнә башын ҡалҡытыуы була, ҡыҙ әллә ҡайҙан тауыш бирә икән.

Лоҡмандың мөхәббәттән тамам башы әйләнә. Шунан, үҙен-үҙе ҡулға алып, “Был шайтандыр. Минең менән шаярырға ғына булғандыр,” – тип өмөтөн өҙөп, ярға табан йөҙә башлай.

Һыуһылыу ҙа егеттең уйын һиҙеп алғандай, “Ерьегетең ташлап китә бит,”- тип уйлап, Лоҡмандың ҡаршыһына уҡ килеп сыға!

Ҡыҙҙың шул тиклем һылыулығын күреп, Лоҡман телһеҙ ҡала! Һыуһылыу Лоҡмандың иҫен йыя алмай торған мәленән файҙаланып:

-Мин бит һине ҡунаҡҡа алырға килдем. Әйҙә, минең менән! –Һыу ҡыҙы Лоҡмандың ҡулына сат йәбешеп, һыу төбөнә ел тиҙлегендә алып төшөп тә китә. Һыуһылыу үҙенең Ерьегетен Һыубатшалығына килтереп индерә. Лоҡмандың тыны бөтөп, ап-аҡ булып, сайҡала башлай. Шул саҡ Һыуһылыу Лоҡманға тын өрә. Егеткә бер аҙ хәл кергәндәй була. Тирә-яғындағы матурлыҡты, зиннәтле һарайҙы, аҫыл таштарҙы күреп, хайран була. Ғүмерендә беренсегә бындай ҙа матурлыҡты күргән егет, телһеҙ ҡала.

-Һин мине ҡайҙа алып килдең?- ти егет ҡыҙға.

-Был беҙҙең һыу аҫты батшалығыбыҙ...

Лоҡман тағы ла аптырап китә:

-Ә һинең исемең кем һуң?

-Һыуһылыу...

Шул саҡ Лоҡман ҡыҙҙың аяҡтары юҡлығын шәйләп ала. Аптырауҙан, башы әйләнеп, сайҡалып китә.

Һыуһылыу:

-Ә мин һинең исемеңде һорамайым инде. Исемде үҙем ҡуштым. Ерьегет һинең исемең.

Шул саҡта ғына Лоҡман, Һыуһылыуҙың матурлығына арбалып,  үҙенең ҙур фажиғәғә тарығанын аңлап ала. Ә үҙе: “Мин был һылыуҙы барыбер үҙебеҙгә кәләш итеп алып ҡайтасаҡмын!..” – тип торған ерендә уйлап тора икән егет..

-Йә, Ерьегет, тыныслан,-тип Һыуһылыу һөйгәненә тағы ла һауа өрә. – Һыубатшаһы – минең атайым. Хәҙер уға барырбыҙ. Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә таныштырырмын, - ти ҙә ҡыҙ Лоҡманды етәкләп атаһы янына килеп тә баҫа. Һыубатшаның ике күҙе маңлайына менеп китә. Асҡан ауыҙын да йоморға онотоп:

-Был ни эшең ҡыҙым?!.-ти.

-Атай, һинең ҡыҙың бына ошо Ер егетен ярата. Минең уныҡы ғына булғым килә!- ти.

-Бәй, ҡыҙым, ни эшләүең был?!. Аңыңа кил! Был бер ҡасан да тормошҡа ашмаясаҡ! –тигән дә Батша, ҡотороноп, өйөрөлә-сөйөрөлә, барлыҡ һаҡсыларын аяҡҡа баҫтырып, ел-дауылдай ажарланған, ти. Ерьегетте, ҡунаҡтар килеп ҡайтҡансы, һауалы бүлмәгә ваҡытлыса бикләп ҡуйырға әмер бирә. Мин ул Ер кешеһенең күрмәгәнен күрһәтермен әле! Батшалығыма яҡын да килә алмаҫ! Уны тере килеш был ерҙәрҙән һис кенә ебәрергә ярамай! Бында ни күргәнен ҡайтып һөйләһә, байлығымды таларға өйөрөлөшөп килеп тә етерҙәр... Ҡунаҡтар йыйылырға торғанда Ер кешеһен язалап тороу килешмәҫ, - тип ярһыуын баҫырға маташҡан Һыубатша төрлө мәкерле уйҙарында бутала.

-Атай, мин һиңә үҙемдең күҙем төшкән Ер кешеһен күрһәтергә генә алып ҡайттым. Ә һин уны үлтерергә хөкөм сығараһың!.. Ундай яуыз уйлы батшаның ҡыҙы булғым килмәй!- тип ер-һыу илап, Һыуһылыу атаһына үҙенең ризаһыҙлығын белдергән.

Был һүҙҙәрҙе ишеткән Һыубатша үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай тора. Шул тиклем ҡәҙерләп-һөйөп кенә үҫтергән ҡыҙым ни һөйләй ул? Ни теле менән атаһына ундәй яман һүҙҙәр әйтә ала һуң... О! Хурлыҡ бит был!.. – Ул тиҙ арала Батшабикәне саҡыртып ала:

-Һин ишеттеңме беҙҙең һөйөклө ҡыҙыбыҙ кемде алып килде беҙгә кейәүлеккә? Кемде ярата ул, беләһеңме? – тигән.

-Атаһы, тыныслан, зинһар! Ҡыҙыбыҙ яңлышҡан. Еркешеһенең тоғро һүҙен алайыҡ та уны имен-аман тыуған еренә ебәрәйек. Башҡаса бында килеп йөрөмәһен. Күргән-белгәнен һис кемгә һөйләмәһен тип, унан һүҙ алайыҡ, - тигән ти, Батшабикә.

Һыубатша: -Һин ни һөйләйһең, әсәһе! Башыңа тай типмәгәндер? Һүҙ биреү менән һис кемгә һөйләмәҫ тиһеңме? Шуға ышанабыҙмы инде? Юҡ! Әйттем, бөттө! Ҡунаҡтар таралыу менән уйлаған эште ҡылабыҙ. Әйткәндәй, Һыуһылыуҙы ла зинданға ябырға! – тип үкергән батша.

Ғәфейә Бишева

Автор:
Читайте нас