+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Сентябрь 2021, 17:18

“Минең шәжәрәм” конкурсы еңеүселәре

Бер йыл элек, сентябрь айында, “Аманат” журналы редакцияһы “Минең шәжәрәм” конкурсы иғлан иткәйне. Йыл дауамында тиҫтәләгән уҡыусыларҙан йөкмәткеле шәжәрә эштәре ҡабул иттек. Уларҙың оригиналь булғандары журнал биттәрендә донъя күрҙе.

“Минең шәжәрәм” конкурсы еңеүселәре
“Минең шәжәрәм” конкурсы еңеүселәре

Бер йыл элек, сентябрь айында, “Аманат” журналы редакцияһы “Минең шәжәрәм” конкурсы иғлан иткәйне.

Йыл дауамында тиҫтәләгән уҡыусыларҙан йөкмәткеле шәжәрә эштәре ҡабул иттек. Уларҙың оригиналь булғандары журнал биттәрендә донъя күрҙе.

 

Бына улар –  “Аманат” журналының Маҡтау билдәләренә һәм иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булыусы уҡыусылар:

Борай районының Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡыусылары Алина Туҡтағолова, Эльмира Шакирова;

Туймазы районының Собханғол мәктәбе уҡыусылары Динар Минһажев, Сабина Шәйхуллина;

Баймаҡ районының Үрге Таулыҡай мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Баййегетова;

Баймаҡ районының Түбәнге Таһир мәктәбе уҡыусыһы Хәсән Юлдашев;

Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыһы Гөлнәзирә Сәйәхова.

 

Конкурста ҡатнашыусы барлыҡ дуҫтарыбыҙға ла “Аманат”лы, белемле, ижадлы, бәхетле еңеүселәр булығыҙ тигән изге теләктәрҙә ҡалабыҙ!

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: