+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Сентябрь 2021, 12:17

Йомғаҡ яһаныҡ!

“Башҡортостан – гүзәл илем!”  конкурсы еңеүселәре билдәле булды! Ҡотлайбыҙ!

Йомғаҡ яһаныҡ!
Йомғаҡ яһаныҡ!

Йәйге каникул мәлендә “”Аманат “ журналы үҙенең уҡыусылары араһында “Башҡортостан – гүзәл илем!” тип исемләнгән конкурс иғлан иткәйне.

Конкурс шарттары буйынса сағыу фотолар менән байытылған яҙмаларҙы, #конкурс_сәйәхәтаманат хештегын ҡуйып, һәр кем үҙенең сәхифәһендә урынлаштырырға тейеш ине.

 

Ниһайәт, конкурсыбыҙға йомғаҡ яһап, еңеүселәребеҙҙе билдәләнек:

Наҙгөл Вәлиева, Ғафури районының Ҡаранйылға ауылы;

Әлсинә Камалова, Ишембай районының Көҙән ауылы;

Альбина Шәрифуллина ,  Бүздәк районының Ҡаран мәктәбе уҡытыусыһы (уҡыусы балаларҙың эштәрен әүҙем ойошторғаны өсөн).

 

Еңеүселәребеҙҙе “Аманат” журналының Маҡтау билдәләренә лайыҡ булыуҙары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уларға уңыштар юлдаш булыуын, һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Дуҫтар! Гүзәл еребеҙҙе өйрәнәйек, Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәттәр ҡылайыҡ!

Тәбиғәттә булғанда үҙебеҙҙән һуң сүп-сар ҡалдырмайыҡ. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәтен бысратмайыҡ, матурлыҡтың ҡәҙерен беләйек!

 

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: