+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
1 Октябрь 2021, 10:00

Яратҡан өләсәйем

КОНКУРСҠА! Шулай бер көн өләсәйем менән йөрөп килергә булдыҡ. Ул миңә үҙенең ... #ололаркөнө1октябрьаманат

Яратҡан өләсәйем
Яратҡан өләсәйем

#ололаркөнө1октябрьаманат

Яратҡан өләсәйем
Бөгөн иң наҙлы, иң изге көн. Бөгөн беренсе октябрь көнө. Сөнки был көндә бөтәһе лә оло йәштәгеләр көнөн билдәләй.
Минең өләсәйемдең исеме Миңнур. Ул минә төрлө тәмлекәстәр һатып алып биреп тора. Мин өләсәйемә йыш ҡунаҡҡа барам. Уның менән бик күңелле һәм рәхәт. Өләсәйем менән бергә беҙ тауыҡтарға ем һалабыҙ һәм көсөктәр ашарға бирәбеҙ. Өләсәйем ыҙалап йөрөмәһен өсөн, мин уның иҙәндәрен, һауыт-һабаларын йыуып ҡайтам. Саңдарын һөртөп, балаҫты һәперәм. Шунан эште бөткәс, өләсәйем менән тәмләп сәй эсәбеҙ. Өләсәй һәр саҡ мин барыуға тәмле итеп май икмәк бешергән була. Ул миңә үҙе менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләй. Уның һөйләгәндәрен мин рәхәтләнеп тыңларға яратам.
Шулай бер көн өләсәйем менән йөрөп килергә булдыҡ. Ул миңә үҙенең йәшәгән яҡтарын күрһәтте. Беҙ Ағиҙел йылғаһына төштөк. Унда битебеҙҙе йыуҙыҡ. Йылға буйынан төрлө төҫтәге матур таштар йыйып алдым.
Өләсәйем, мин һине был матур байрам менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым. Һиңә шатлыҡ, бәхет, күп иттереп ҡыуаныстар һәм бер ҡасанда ҡайғырмауыңды теләйем. Өләсәй, мин һине бик ныҡ яратам.
Мостафина Әлфинә Байназар мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: