+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Ноябрь 2021, 16:29

Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ!

#Аманатжурналы#Башҡорттелекөнөдекабрь2021  “Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналы Башҡорт теле көнөнә арналған «Телем – затлы хазинам» конкурсы иғлан итә.

Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ!

 

“Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналы Башҡорт теле көнөнә арналған «Телем – затлы хазинам» конкурсы иғлан итә.

Башҡорт теле тураһында Башҡортостан шағирҙарының йәки үҙегеҙ ижад иткән, шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләгән видеояҙмаларҙы, шиғыр, хикәйә, мәҡәләләрҙе яҙма вариантта #Аманатжурналы#Башҡорттелекөнөдекабрь2021 хештегы аҫтында үҙегеҙҙең “Бәйләнештә”ге сайтындағы сәхифәгеҙҙә урынлаштырырға кәрәк.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, яҡлау, данлау һәм популярлаштырыу. 1-11-се синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. 

Конкурс өс номинацияла – 1. Шиғыр; 2. Мәҡәлә, хикәйә; 3. Видеояҙма – барасаҡ. Һәр номинацияла өсәр урын булдырылды.

Конкурсҡа йомғаҡ 2021 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөндә яһаласаҡ.

Еңеүселәргә “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре тапшырыласаҡ.

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ!
Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ!
Автор:Аманат
Читайте нас: