-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Декабрь 2021, 16:07

Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ!

“Аманат” журналы редакияһы конкурс иғлан иткәйне. Еңеүселәребеҙ билдәле!

Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ!
Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ!

Бөгөн 14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Оло байрамыбыҙ мөбәрәк булһын!

#Аманатжурналы#Башҡорттелекөнөдекабрь2021

“Аманат” журналы редакияһы 15 ноябрҙә Башҡорт теле көнөнә арнап, конкурс иғлан иткәйне. Конкурсыбыҙ тамам!

 

 “Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналы Башҡорт теле көнөнә арнап, «Телем – затлы хазинам» конкурсы иғлан иткәйне. Конкурс һөҙөмтәләрен бәйән итәбеҙ.

 

Шиғыр, хикәйә, мәҡәләләр буйынса:

Ейәнсура районыныңИҫәнғол Башҡорт гимназия-интҽрнаты уҡыусыһы Вәсилә Хәкимова;

Өфө районы Миловка мәктәбҽ уҡыусыһы Урал Хәлитов.

 

Видеояҙмалар буйынса (видеояҙмалар бихисап булыу сәбәпле, еңеүсе урындар күп):

Ауырғазы районы Талбазы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары;

Бөрйән районы  Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары;

Ауырғазы районы Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары;

Күмертау ҡалаһының Мөхәммәт Исҡужин исемендәге Прогиназияһы уҡыусылары;

Баймаҡ ҡалаһы Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре;

Өфө районы Дорогин ауылы урта мәктәбе уҡыусылары;

Өфө ҡалаһының 277-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре;

Баймаҡ ҡалаһының Үҙәк ижад йортоноң  “Серле йондоҙҙар” фольклор берекмәһе коллективы;

Ауырғазы районы Ҡорманай урта мәктәбе уҡыусылары;

Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре;

Бөрйән районы Исламбай мәктәбе уҡыусылары;

Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбе уҡыусылары;

Йылайыр районының Шәйехзада Бабич исемендәге Йылайыр Башҡорт гимназияһы уҡыусылары;

Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусылары;

Вилдан Абдуллин, Өфө ҡалаһының 128-се мәктәбе уҡыусыһы;

Ирхан Хисаметдинов, Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия интернаты уҡыусыһы;  
Рушана Шәһивәлиева, Әбйәлил районы Ташбулат мәктәбе уҡыусыһы;

Айгүзәл Сәйғәфәрова, Баймаҡ лицей-интернаты уҡыусыһы;

Рамаҙан Ғайсин, Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылы "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе;

Самир Латыпов, Мәләүез ҡалаһының Балалар ижад һарайы;

Тимур Аллағужин, Күгәрсен районы Мораҡ Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.

 

Афарин! Конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы барлыҡ балаларҙы ла ҡайнар ҡотлайбыҙ! Телебеҙҙең матурлығын, сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, үҫтерәйек. Телебеҙ беҙҙе киләсәктә лә берләштерһен, берҙәм итһен! Йәшәһен туған телебеҙ – Башҡорт теле!

 

Еңеүселәргә “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре ебәреләсәк.

 

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ!
Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ!
Автор:Аманат
Читайте нас: