+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Декабрь 2021, 09:48

“Ҡурай аманаты” асыҡ республика ҡурайсылар онлайн конкурсы еңеүселәре

Конкурста Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе йәш ҡурайсылары ҡанташты. Жюри еңеүселәрҙе һайланы. Тулыһынса исемлектәр теҙмәһе һәм Аманат ТВ фильмы сайтта:

“Ҡурай аманаты” асыҡ республика ҡурайсылар онлайн конкурсы еңеүселәре
“Ҡурай аманаты” асыҡ республика ҡурайсылар онлайн конкурсы еңеүселәре

Жюри рәйесе – Фәиз Вилдан улы Шәрипов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты доценты, институттың фольклор кабинеты мөдире. Республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты.

Жюри ағзалары:

  1. Рифат Әхмәр улы Йәмлихин, ҡурайсы, йырсы, Республика, Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
  2. Юнир Шәмсетдин улы Һағынбаев, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы.
  3. Айрат Салауат улы Ҡарасов, Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры солисы, Башҡортостандың Мәғариф отличнигы, "Ҡурай байрамы -2021” ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе.

 

Конкурстың маҡсаты – балалар һәм үҫмерҙәр араһында ҡурай сәнғәтен пропагандалау, һөйөү тәрбиәләү, талантлы йәш ҡурайсыларға оло сәнғәт юлына сығырға шарттар булдырыу. ЕҢЕҮСЕЛӘР.

Ансамблдәр араһында:

Беренсе урындар:

 

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе –  Вәсил Ришат улы Баймырҙин.

Өфө ҡалаһының 5-се Балалар музыка мәктәбенең “Сорнай” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе –Айрат Салауат улы Ҡарасов, концертмейстеры – Илгиз Ғаязетдин улы Юлдашбаев.

Икенсе урындар:

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһының “Ҡаранай” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе – Динар Уразай улы Абдуллин.

Өфө ҡалаһының Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбенең “Аманат ” ҡурайсылар ансамбле. Етәкселәре – Таһир Дидар улы Хәмитов, Руслан Рафаил улы Мөлөкөв, концертмейстеры – Илгиз Ғаязетдин улы Юлдашбаев.

Өфө ҡалаһының В.Н. Пегов исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең “Етегән” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе – Илгиз Дәүләткирәй улы Нәҙерғолов, концертмейстеры – Сулпан Ишкең ҡыҙы Иҡсанова.

Өсөнсө урындар:

Өфө ҡалаһының “Исток” Балалар ижады үҙәгенең “Сорнай” ҡурайсылар ансамбле.  Етәксеһе – Айрат Салауат улы Ҡарасов.

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылынан “Ауаз” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе – Алик Айрат улы Борханов.

Сибай ҡалаһы Балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе – Илмир Амур улы Нәҙерғолов.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылының Камил Рәхимов исемендәге Балалар сәңғәт мәктәбенең “Аҡбуҙат” ҡурайсылар ансамбле. Етәкселәре – Йәмил Шәриф улы Иҫәнғәлин һәм Зәйнулла Хәтмулла улы Мөхәмәтдинов.

Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбенең “Аҡбейек ” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе –Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов.

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан “Аҡбейек” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе – Әлфир Вәзир улы Исҡужин.

Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылы Балалар сәнғәт мәктәбенең “Аманат” ҡурайсылар ансамбле. Етәксеһе – Венер Әнүәр улы Ураҙгилдин.

Яңғыҙ башҡарыусылар араһында:

Гран-При – Айрат Тимеров. Салауат ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Вәсил Булат улы Тимеров.

Беренсе урындар:

Арыҫлан Юлбарыҫов. Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Етәксеһе – Вәсил Ришат улы Баймырҙин.

Алмаз Бикмәтов. Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Бәжекәй ауылы. Етәксеһе –Илһам Хәсәнйән улы Йәғәфәров.

Ғаяз Танһыҡҡужин. Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе. Етәксеһе – Илмир Амур улы Нәҙерғолов.

Икенсе урындар:

Ильяс Азаматов Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө Башҡорт лицей-интернаты. Етәксеһе – Динар Уразай улы Абдуллин.

Ғәзим Теүәлбаев Сибай ҡалаһының Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Илдар Һатыбалды улы Хәсәнов.

Вилдан Мәжитов Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты. Етәксеһе – Вәсил Ришат улы Баймырҙин.

Тимур Дәүләткирәев Өфө ҡалаһының “Исток” Балалар ижады үҙәге Етәксеһе – Айрат Салауат улы Ҡарасов.

Эвита Усманова Өфө ҡалаһының Солтан Бикеев исемендәге 1-се Өфө һөнәри колледж. Етәксеһе – Рифат Әхмәр улы Йәмлихин.

Ирек Исхаков Күгәрсен районының Мораҡ ауылы. Етәксеһе – Юлай Вәлиша улы Ҡыҙрасов.

Өсөнсө урындар: Данияр Мөхәмәтдинов Өфө ҡалаһының Халик Заимов исемендәге 13-сө Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Вилдан Билал улы Дәүләтбирҙин.

Динис Йәлилов Өфө ҡалаһының “Исток” Балалар халыҡ үҙәге Етәксеһе – Айрат Салауат улы Ҡарасов.

Хәким Ғилманов Өфө ҡалаһының 5-се Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Айрат Салауат улы Ҡарасов.

Илзидә Әбделғужина Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһы. Етәксеһе – Динар Уразай улы Абдуллин.

Айгиз Халиков Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһы. Етәксеһе – Динар Уразай улы Абдуллин.

Урал Хәлитов Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө Башҡорт гимназияһы. Етәксеһе – Динар Уразай улы Абдуллин.

Дарья Паленова Федоровка районының Федоровка ауылы. Етәксеһе – Эльмира Рәфис ҡыҙы Туҡбаева.

Искәндәр Әминов Өфө ҡалаһының 5-се Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Айрат Салауат улы Ҡарасов.

Вилада Әсәҙуллина  Өфө ҡалаһының 5-се Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Айрат Салауат улы Ҡарасов.

Нургиз Шәрипов Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы. Етәксеһе – Фәиз Вилдан улы Шәрипов.

Батыр Дәүләтшин Сибай ҡалаһының Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы. Етәксеһе – Шамил Шәкир улы Күсәмешев.

Вилдан Байраҡаев Сибай ҡалаһының Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы. Етәксеһе – Шамил Шәкир улы Күсәмешев.

Денис Сибаев Өфө ҡалаһының Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбе. Етәксеһе – Таһир Дидар улы Хәмитов Концертмейстеры – Илгиз Ғаязетдин улы Юлдашбаев.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

“Ҡурай аманаты” асыҡ республика ҡурайсылар онлайн конкурсы еңеүселәре
“Ҡурай аманаты” асыҡ республика ҡурайсылар онлайн конкурсы еңеүселәре
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: