+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
9 Февраль 2022, 16:30

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

#Мин_Ватанды_һаҡлаусы 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө! Был байрамды барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Күркәм байрам хөрмәтенә “Аманат” журналы “Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа, Висла, Одер, Дунай тигән Алыҫ ярҙарҙа!” тип исемләнгән конкурс иғлан итә!

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө! Был байрамды барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ.

Күркәм байрам хөрмәтенә “Аманат” журналы

Булманы башҡорт ҡайҙарҙа,
Ат эсерҙек яҙғы айҙа,
Висла, Одер, Дунай тигән
Алыҫ ярҙарҙа!
тип исемләнгән конкурс иғлан итә!

 

Конкурста ҡатнашыу өсөн хәрби-патриотик темаға шиғыр, хикәйә, әкиәт ижад итеп, йәки мәҡәлә яҙып, #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында үҙегеҙҙең диуарығыҙҙа урынлаштырырға.

Еңеүселәр “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ буласаҡ.

Конкурсҡа килгән эштәрҙең иң яҡшы тип табылғандары, әҙәби талаптарға һәм конкурс шарттарына тап килгәндәре журнал биттәрендә, https://amanat.su сайтында, https://vk.com/amanatrb   бәйләнештә һәм https://ok.ru/bashamanat  синыфташтар селтәрҙәрендә донъя күрәсәк.

Рәхим итегеҙ! #Мин_Ватанды_һаҡлаусы хештегы аҫтында конкурс эштәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар!

Конкурс эштәрен 23 февралгә тиклем ҡабул итәбеҙ.

 



Һүрәттә: Был бәхетле балалар Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Иҫәновтарҙың ҙур, матур, татыу ғаиләһенең йәме, ҡото. Исемдәре лә матур уларҙың: Батырйән, Ынйы, Матур, Иҫәнбай.

Һүрәттәге был матурлыҡты Рәсәй гвардияһының «Һаҡсы» ойошмаһында эшләүсе атайҙары Артур Заһир улы һәм әсәйҙәре Илүзә апай  балалары менән бергәләп эшләгән.

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: