#конкурс_минеңуҡытыусым
Ғәжәп оло мәғәнә
Ябай ғына ошо бер һүҙҙә! -
Ҡояш булып балҡый һеҙҙең исем,
Беҙҙҙең ҡалған һәр эҙҙә.
Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк, изге исем. Яғымлы, изге күңелле, сабыр, талапсан, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙарҙыр. Ул белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә ярҙам итеүсе, ҙур тормошҡа әҙерләүсе, ышаныс тыуҙырыусы.
Минең уҡытыусым Венера Ғәлимйән ҡыҙы Йортбәкова ошо сифаттарға эйә. Венера Ғәлимйән ҡыҙы ҡанаты аҫтында белем тауҙарына үрләйем. Уҡытыусым мине яҙырға, уҡырға өйрәтте. Уҡытыусымды хөрмәт итәм. Биргән белеме, кәңәштәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен!
Ошо һөнәри байрамы менән ҡотлап, уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, эшендә тик уңыштар теләйем.
Радмир Үтәмешов, Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы.