+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Август 2023, 14:55

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

Дуҫтар! “Аманат” менән бергә, һеҙҙе “АЛЛЫ-ГӨЛЛӨ БАҠСАМ” конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!  #АллыГөллө_Баҡсам

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

#АллыГөллө_Баҡсам

 

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!

 

Тиҙҙән барыбыҙ өсөн дә иң ҡыуаныслы байрам – Белем көнө етә! Был тантананы һәр бер уҡыусы үҙенсә ҡаршыларға әҙерләнә.

Күптәр баҡсала матур-матур сәскәләр үҫтерә. Яратҡан уҡытыусыларына үҙ ҡулдары менән тәрбиәләп үҫтергән ҡәҙерле гөлләмәһен бүләк итәсәк.

Дуҫтар! “Аманат” менән бергә, һеҙҙе “АЛЛЫ-ГӨЛЛӨ БАҠСАМ” конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Шарты:

https://amanat.su төркөмөнә яҙылығыҙ;

– Үҙегеҙҙең “Бәйләнештә”ге сәхифәгеҙҙә  #АллыГөллө_Баҡсам хештегы аҫтында үҙегеҙҙең яҙмаларығыҙҙы урынлаштырығыҙ. Сәскәләрҙең төрө, исеме, уларҙы дөрөҫ тәрбиәләү буйынса кәңәштәр ҙә яҙып үтегеҙ. Фотоһүрәттәрегеҙҙе ебәрергә лә онотмағыҙ – беҙҙең өсөн һеҙҙән килгән хаттарҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы.

 

Конкурс тураһында яҙманы дуҫтарығыҙға ла һөйләгеҙ!

Хатығыҙҙы ебәргәндә ИСЕМ-ФАМИЛИЯҒЫҘҘЫ, АДРЕСЫҒЫҘҘЫ (ҡайһы мәктәп) тулы итеп яҙығыҙ!

 

Конкурс 30 августа тамамлана. #АллыГөллө_Баҡсам хештегы аҫындағы эштәр тауыш биреү юлы менән билдәләнәсәк.

Иң яҡшы фотоһүрәттәр, мәҡәләләр “Аманат” журналы биттәрендә һәм https://vk.com/amanatrb, https://amanat.su сайттарында донъя күрәсәк.

Еңеүселәргә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләрен дә юллаясаҡбыҙ!

 

“Аманат” журналы мөхәрририәте.

ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ӨР-ЯҢЫ КОНКУРС!
Автор:
Читайте нас: