+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
3 Октябрь 2023, 15:32

Беҙҙең еңеүселәребеҙ

Ғафури районының Бурлы мәктәбе уҡыусыһы Милана  Тулыбаева, "Аманат" журналына яҙылып, редакцияның матур бүләген отто һәм Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.

Беҙҙең еңеүселәребеҙ
Беҙҙең еңеүселәребеҙ

Беҙҙең еңеүселәребеҙ

Ғафури районының Бурлы мәктәбе уҡыусылары “Аманат” журналын күпләп алдыра. Улар бөтөн мәктәп менән журналдың “Яҙыл да бүләк от!” конкурсында ҡатнаша.

2023 йылдың 2-се яртыһына яҙылыусы Милана  Тулыбаева, ошо конкурста ҡатнашып, редакцияның матур бүләген – скейтборд–отто һәм Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.

Миланаға бүләкте Бурлы мәктәбе директоры Руслан Урал улы Тоҡомбаев тапшырҙы.

Милананы еңеүе менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! “Аманат”лы ҡыҙға уҡыуында ҙур уңыштар, бәхетле киләсәк теләп ҡалабыҙ!

 

Дуҫтар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге мәлдә 2024 йылға “Аманат” журналына яҙылыу бара.

Ярты йылға яҙылыу хаҡы 446 һум 70 тин. Яҙылырға бында: ЯҘЫЛЫУ / ПОДПИСКА НА ЖУРНАЛ "АМАНАТ"

Беҙҙең еңеүселәребеҙ
Беҙҙең еңеүселәребеҙ
Беҙҙең еңеүселәребеҙ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: