+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
8 Ноябрь 2023, 12:26

Минең остазым

"Аманат" журналы иғлан иткән "Минең остазым!" конкурсына килгән мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ. Ҡәҙерле уҡыусылар, конкурсыбыҙ декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ!

Минең остазым
Минең остазым

КОНКУРСҠА

Минең остазым

Тормошта кешенең артабанғы ғүмер юлын билдәләүсе,мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү мәлдәренең билдәле бер өлөшө бар. Киләсәктә һөнәр һайлау мәсьәләһе, һис шикһеҙ, шундай. Өфө китапхана колледжында дүрт йыл уҡығандан һуң, мин китаптарға һөйөү тәрбиәләү теләгемде тормошҡа ашырҙым!

Мәктәп йылдарынан бирле китапханасы буласағымды белә инем, уҡырға яраттым. Сөнки әҙәбиәткә һөйөүемде миңә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәкиә Миңлеәхмәт ҡыҙы Сафина һеңдерҙе, ул минең остазым булды. Уның кәңәше, өлгөһө һәм изге нәсихәте менән баһалап бөткөһөҙ ярҙамы минең өсөн һөнәремдең күп яҡтарын асты. Зәкиә Миңлеәхмәт ҡыҙы күп йыллыҡ эш тәжрибәһе булған, изге күңелле, ярҙамсыл белгес. Минең остазым-изгелек, ихласлыҡ, яңы идеялар тыуҙырған кеше. Уның дәрестәренә йөрөү бер рәхәтлек. Уның актуаллеге, үтә күренмәлелеге һәм асыҡлығы менән айырылып торған материал биреү стиле ҙур һоҡланыу уята. Һәр уҡыусыһында ул ҡыҙыҡлы, талантлы һәм лайыҡлы кешене күрә. Уларҙың һәр береһенә ул ихтирам менән ҡарай һәм уларға белеем генә түгел, ә бөтөн йәнен һала! 

Бүздәк районының Ҡыҫҡа-йылға ауылынан йәш ҡыҙ мәктәпте яҡшы тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Тормош иптәшен, үҙенең яҙмышын да шунда осрата. Егет оҙаҡ уйлап тормай, ҡыҙҙың ҡулын һорай.  Шулай итеп, яҙмыш ихтыяры буйынса, Зәкиә Миңләхмәт ҡыҙы Ҡыйғаҙы ауылына килен булып төшә.   Шунда уҡ Ҡыйғаҙы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Мәктәптә осраҡлы кешеләр юҡ, тиҙәр. Зәкиә Сафинаның мәғарифта хеҙмәт юлы 38 йыл тәшкил итә.

Зәки Миңлеәхмәт ҡыҙы өсөн мәктәп эш урыны ғына түгел, ә шатлыҡтар, хәстәрлектәр һәм ҮҘ проблемаларЫ булған икенсе йорт та булып тора. Уҡытыусы һөнәренең үҙенсәлеге булып уның сәғәт һайын һәм секунд һайын белемгә эйә булырға тырышыу ғына түгел, ә барыһы өсөн дә өлгө булырға тейешлеге тора. Кеше үҙен хөрмәт итергә һәм тирә-яҡтағыларҙың хөрмәтен яуларға тейеш, бынан башҡа йәшәү мөмкин түгел. Ә Зәкиә Сафинаны, тәү сиратта, белеме, педагогик такты, һөнәренә тоғролоғо, балаларға һөйөүе өсөн хөрмәт итәләр. Уның күп кенә сығарылыш уҡыусылары уның эҙенән бара һәм хәҙер Башҡортостан Республикаһының барлыҡ мөйөштәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары булып эшләй. 

Мин үҙ юлымдың башында ярҙам ҡулы һуҙған көслө, абруйлы остаз менән осрашыуыма бик шатмын. Уның ҡатнашлығы, бөгөнгө көндә биргән барлыҡ аҡыллы кәңәштәре өсөн сикһеҙ рәхмәтле. Яҡшы данға лайыҡ булыу еңел түгел, әммә уны оҙаҡ йылдар һаҡлап ҡалыу тағы ла ҡыйыныраҡ. Был йәһәттән Зәкиә Миңлеәхмәт ҡыҙы үҙенә тоғро: ул элеккесә ярҙамға йомарт.

Үҙенең педагогик эшмәкәрлеге осоронда Зәкиә Миңлеәхмәт ҡыҙының бик күп наградалары бар. Уның портфолиоһында педагогик эшмәкәрлеге өсөн төрлө кимәлдәге грамоталар һәм рәхмәт хаттары күп. Ул «Мәғариф отличнигы», «Хеҙмәт ветераны» исемдәренә эйә.

Тормош иптәше менән өс ул үҫтерҙеләр. Хәҙер улар үҙҙәре ғаиләле һәм балаларын тәрбиәләй. Рәхәтләнеп ата-әсәләр йортона ҡайталар. Зәкиә Миңлеәхмәт ҡыҙы, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырмай: баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуға икмәк, тәмле-тәмле ҡоймаҡ, бәлештәр бешереп көтөп тора. Ул шиғырҙар яҙа, клуб сәхнәһенән үҙенең шиғырҙарын уҡый тамашасыларға уҡып күрһәтә. Шулай уҡ Зәкиә апай “Ышаныс” газетаһы редакцияһы менән хеҙмәттәшлек ите.

Уҡытыусымдың кәңәштәре минең өсөн бушҡа үтмәй, һәр ваҡыт миңә үҙ көсөмә ышаныс уята. Хәҙер инде үҙем, 29 йыл бер урында китапханасы булып эшләгәндән һуң, йәш быуынға әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләүҙе дауам итәм. Остазыма оҡшарға тырышам.

 

Ләйлә Дәүләтгәрәева, Асҡын районының  Ҡыйғаҙы мәктәбе китапханасыһы. 

Минең остазым
Минең остазым
Минең остазым
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: