-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Декабрь 2023, 12:04

Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

“Аманат” журналы редакцияһы Башҡорт теле көнөнә арнап конкурс иғлан итә.  Конкурста ҡатнашыу тураһында һылтанма буйынса танышырға мөмкин  

Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Башҡорт теле көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

“Аманат” журналы редакцияһы Башҡорт теле көнөнә арнап конкурс иғлан итә.
 Конкурста ҡатнашыу тураһында һылтанма буйынса танышырға мөмкин

 


#АманатжурналыБашҡорттеле2023 “Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналы Башҡорт теле көнөнә арналған “Телем- затлы хазинам!” тип исемләнгән конкурс иғлан итә. Унда  уҡыусы балалар һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала. Конкурстың маҡсаты – башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, яҡлау, данлау һәм популярлаштырыу.

Дуҫтар, үҙегеҙ теләгән жанрҙы һайлап, һеҙҙе конкурсыбыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ! Башҡорт теле тураһында Башҡортостан шағирҙарының йәки үҙегеҙ ижад иткән, шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләгән, башҡорт теленә арналған йырҙарҙы йырлаған, йәки көйҙәрҙе музыка ҡоралдарында уйнаған видеоларҙы, шиғыр, хикәйә, мәҡәләләрҙе яҙма вариантта #АманатжурналыБашҡорттеле2023 хештегы аҫтына ҡуйығыҙ!



Конкурс шарттары буйынса, конкурс эштәрен #АманатжурналыБашҡорттеле2023 хештегы аҫтында үҙегеҙҙең “Бәйләнештә”ге сайтындағы сәхифәгеҙҙә урынлаштырырға кәрәк. Ҡатнашыусының фамилияһы, исеме, йәшәгән районы, уҡыған мәктәбе, балалар баҡсаһы атамалары тулыһынса күрһәтелергә тейеш.

Конкурсҡа йомғаҡ 2023 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөндә яһаласаҡ.

Еңеүселәргә “Аманат” журналының Маҡтау билдәләре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.

“Аманат” журналы мөхәрриәте.

Автор: Аманат
Читайте нас