ИҒТИБАР!!! “Аманат”та йәнә бер конкурс!
ПРИЗҒА – “Һомай” аҡыллы колонкаһы!
12 сентябрҙә Башҡортостанда сағыу байрам – Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан “Аманат” журналы ФОТОКОНКУРС иғлан итә.
Үҙегеҙҙең МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ төшкән уҡытыусылар, ата-әсәләр, туғандар менән сифатлы, оригиналь фотоларығыҙҙы беҙгә ебәрегеҙ. Конкурста коллектив менән төшкән фотолар ҙа ҡатнаша. Конкурсҡа фотоларҙы 15 сентябргә тиклем ҡабул итәбеҙ. 15-20 сентябргә тиклем беҙҙең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмөндә ИҢ ЯҠШЫ ФОТОЛАРҒА асыҡ тауыш биреү барасаҡ.
Фотоконкурсҡа эштәрҙе #Милли_кейем_Аманат хештегын, исем-шәрифтәрегеҙҙе ҡуйып, ҡайһы райондан, ауылдан икәнлегегеҙҙе яҙып, фотоны үҙ сәхифәгеҙҙә урындаштырығыҙ. Конкурс барған мәлдә ҡатнашыусының сәхифәһе асыҡ булырға тейеш.
Еңеүсегә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе һәм “Һомай” аҡыллы колонкаһы!
Әйткәндәй, башҡортса “Һомай” аҡыллы колонкаһы проекты етәксеһе Айгиз Ҡунафин әйтеүенсә,
“Һомай” менән башҡортса һәм урыҫса аралашырға, һорауҙар бирергә һәм тулы яуаптар алырға ғына түгел, ә еңел генә башҡорт телен өйрәнергә була. Уны кескәй балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем ҡуллана ала.
Уңыштар теләйбеҙ!
“Аманат”тар.