“Аманат” журналының сайтында “Йәшелгүҙ мине әсир итте” тигән мәҡәлә баҫылып сыҡҡайны. Азамат исемле егет үҙен “быҙау”мын, бер ҡыҙҙы яратып йөрөйөм, тип яҙған. Мин дә был хаҡта үҙ фекерем менән уртаҡлашырға уйлайым.
Эйе, заман башҡа – заң башҡа, ти халыҡ мәҡәле. Тик ниндәй дәүер булһа ла, егет кеше егет булырға тейеш. Типһә, тимер өҙөрлөк егеттәр, һеҙ ҡайҙа? Ни эшләп әлеге ваҡыт ошондай “быҙау”ҙар күбәйгәндән-күбәйә бара? Үҙенә яуаплылыҡ алып, ирмен тип йөрөгән егеттәр бик һирәк осрай бит...
Фейк сәхифәләре аша “батыр” булған егеттәр бихисап. Беҙҙең халыҡ ир-егеттәре һәр саҡ ҡорал менән дошманына ташланған, ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам иткән, балаларын тейешенсә тәрбиәләгән. Хәҙер иһә уҡытыусы апайҙарын һанға һуҡмаған, әсәләренә хөрмәте булмаған егеттәр үҫеп килә түгелме? Бөтә һөйләшеүҙәре – төрлө мобиль һәм компьютер уйындарында кем ниндәй кимәлгә күтәрелгәне, кемдең телефоны кәттәрәк, компьютер видеокартаһының мөмкинлеге ниндәй булыуы тураһында... Ҡыҙҙар менән дуҫлашыу тураһында уйлап та бирмәйҙәр. 18 йәштә лә һаман 10 йәшлек бала кеүектәр. Саф мөхәббәт хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
Сит ил йәнһүрәттәрендә ҙур күҙле зәһәр ҡыҙҙар һүрәтләнә, ә ир-егеттәр образы күбеһенсә ҡурҡаҡйән була. Быны күреп үҫкән яңы быуын малайҙары шундай ҡыҙҙарҙы ғүмере буйы эҙләй.
Ә ҡыҙҙарға “быҙау” малайҙар кәрәкмәй. Ҡыҙҙар Көньяҡ Кореяның субкультураһын үҙ итте. Кургәнегеҙ бармы, егеттәр? Күҙ башын буяп, егеттәргә хас булмаған кейем кейеп, күмәкләп сәхнәлә сар-сыу килгән кореецтар нисек беҙҙең ҡыҙҙарҙын күңелен яулаған икән?
“Быҙау”ға шуны әйтер инем: яратаһың икән, көрәш. Аҫтыртын кеше булма! Мин йәшерен генә яратып йөрөгән ҡыҙҙың, егете әрме сафтарына киткәс, әллә эс серемде уға асайыммы икән, тиһең. Баштан хис тойғоларынды белгертер кәрәк ине. Хәҙер инде – һуң. Кеше йәренә ымһыныу – егетлек түгел. Был минең фекер.
Спорт менән дуҫ бул. Бөтә өлкәлә лә беренсе булырға тырыш. Тик сибектәр араһында түгел, ә көслөләр араһында. Шул ваҡыт, бәлки, һинең йәшел күҙле Гүзәлиәң дә һиңә иғтибар итер. Бел, күпселек ҡыҙҙар көслө рухлы егеттәрҙе ярата.
Миҫал итеп бер булған хәл тураһында әйткем килә. Физик яҡтан артыҡ көслө булмаған таныш егет (Фәнил тип әйтәйек) концерт ваҡытында бер ҡыҙға ғашиҡ булған. Ул ҡыҙ Өфөнөң бер гимназияһында уҡығанын белгән дә, танышыу ниәте менән шул уҡыу йортона барған. Ләкин гимназияла ул ҡыҙҙы яратып йөрөгән бер көслө егет, был турала белеп ҡалып, дуҫтарын һөсләткән. Фәнил, әлбиттә, туҡмалып ҡайтҡан.
Бер аҙна үтеү менән, Фәнил тағы ла ғашиҡ булған ҡыҙына барған. Был юлы көслө егет үҙе, килеп сығып, туҡмап ҡайтарған Фәнилде. Шулай итеп, өс-дүрт тапҡыр барғандан һуң ғашиҡ булған ҡыҙҙың Фәнилгә ҡарата һөйөү тойғолары уянған. Хәҙер улар, өйләнешеп, бына тигән донья көтөп ята. Көсөң булмаһа ла, йөрәгең ныҡ булһын. Йөрәге ныҡ кеше киләсәктә лә, ғорур баҫып, донья ауырлыҡтарын еңеп сығасаҡ. Ә “быҙау”ҙарҙан тултырма эшләйҙәр инде.
ФӘРИТ ағайығыҙ.
Ошо мәҡәләгә яуап https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2024-02-07/y-shelg-mine-sir-itte-3633562