+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
5 Сентябрь 2022, 12:43

«Еңеү диктанты-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

"Еңеү диктанты" акцияһында ҡатнашып, юғары балл алыусылар ВУЗға ингәндә өҫтөнлөк алды.

«Еңеү диктанты-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте
«Еңеү диктанты-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте

3 сентябрь илебеҙҙең һәр төбәгендә «Еңеү диктанты-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.

Был сара тарихҡа ҡағылып, илебеҙҙең, халыҡтарыбыҙҙың данлы үткәнен хәтергә төшөрөү, үҙ белемеңде һынап ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Ҡатнашыусыларға дөйөм хәрби-тарихи темаға һәм төбәк тематикаһына ҡағылышлы һорауҙар бирелде. «Еңеү диктанты» Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арналды.

Башҡортостанда диктант яҙыу өсөн 80-дән ашыу майҙансыҡ әҙерләнде. Тестарҙы төбәктең биш юғары уҡыу йортонда, “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында, “Өфө” халыҡ-ара аэропортында, мәктәптәрҙә һәм музейҙарҙа яҙҙылар. "Еңеү диктанты" акцияһында ҡатнашып, юғары балл алыусылар ВУЗға ингәндә өҫтөнлөк алды.

«Еңеү диктанты-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте
«Еңеү диктанты-2022» Бөтә Рәсәй акцияһы үтте
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: