Дөйөм халыҡ араһында һулаҡайҙар 15 процентты тәшкил итә, йәғни һәр етенсе кеше һул ҡулы менән тотона. Яҙыу өсөн ҡулланылған ҡул һул йәки уң ҡуллылыҡтың дөрөҫ күрһәткесе булып тормай. Шулай, күп һулаҡайҙар уң ҡул менән яҙа, ә һул ҡулы менән күпселек башҡа эштәрҙе башҡара (асыҡ миҫал – Чарли Чаплин, ул уң ҡулы менән яҙһа ла, скрипкала һул ҡулы менән уйнаған).