+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Август 2021, 10:51

Йәйге ял!

Инсаф Шәмсетдинов беҙгә хат яҙып ебәргән. Инсаф Салауат районының Әлкә ауылы бөркөтө.

Йәйге ял!
Йәйге ял!

Беҙ көтөп алған йәйге каникулыбыҙҙың да ,ял итергә бер айы ғына ҡалып бара.Каникулда рәхәтләнеп ял иттек,Йүрүҙән йылғаһында һыу индек,футбол уйнаныҡ, еләк йыйып һаттыҡ,һатҡан аҡсаға әсәйем ҡаҙ бәпкәләре һатып алды.Шунан беҙгә тағы эш өҫтәлде,ҡустым Илһам менән ҡаҙ бәпкәләрен көтәбеҙ.Эй,күңелле,ҡаҙ бәпкәләрен көтөүе!!! Уларҙы яратып ,һәр хәрәкәттәрен күҙәтеп ,һоҡланып ҡарайбыҙ.Әсәйем әйтә; ҡаҙҙар-изге ҡоштар ти,уларға таяҡ,таш менән һуғырға ярамай ти.Ауылда күңеллерәк тип уйлайым,сөнки ҡала балалары ауылға килә,ауылда рәхәт ти ,улар.Йырҙа йырланғанса,беҙ ауылдың шәп егеттәре!
Инсаф Шәмсетдинов, Салауат районы,Әлкә ауылы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: