Башҡортостандан 6 йәшлек Доминик 2 сәғәт тә 8 минут планкала торған

Малай атаһы Олег Ғарифуллиндың рекордын уҙып киткән. Ғаилә Рәсәй һәм Донъя рекордтары реестрына ғариза биргән. Быға тиклем 6 йәшкәсә балалар араһында ваҡыт 40 минут ине. 16 йәшкә хәтлем - бер сәғәттән ашыуыраҡ.
Хәҙер ғаилә комиссияның ҡарарын көтә.
Беҙ ҙә шок хәлендәбеҙ, көтәбеҙ. Әлбиттә, планкала торабыҙ
Видео: Mash Batash