-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 12:07

Башҡортостанда ҡайһы бер төркөмгә ҡараған балалар уҡыу йылын дистанцион рәүештә башлай

Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына хроник сирҙәре булған уҡыусыларҙы ваҡытлыса дистанцион режимға күсереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты

Башҡортостанда ҡайһы бер төркөмгә ҡараған балалар уҡыу йылын дистанцион рәүештә башлай
Башҡортостанда ҡайһы бер төркөмгә ҡараған балалар уҡыу йылын дистанцион рәүештә башлай

Башҡортостанда ҡайһы бер уҡыусылар уҡыу йылын дистанцион рәүештә башлай

Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына хроник сирҙәре булған уҡыусыларҙы ваҡытлыса дистанцион режимға күсереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Был сараны ата-әсәләрҙең теләге буйынса уҡыу йылының тәүге ике аҙнаһында ҡулланырға була.

📣"Республикабыҙҙа санитар-эпидемиологик хәл 1 сентябрҙә ярты миллионға яҡын бала мәктәпкә бара, тип ышаныс менән әйтергә мөмкинлек бирә. Ә 58 мең малай һәм ҡыҙ беренсе синыфҡа уҡырға килә, – тине Хәбиров уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә. – Әлегә белем биреү процесын дистанцион форматҡа күсереү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Ләкин, коронавирусҡа бәйле хәлде иҫәпкә алып, барыһына ла әҙер булырға кәрәк".

1 сентябрҙә республиканың бөтөн мәктәптәрендә лә тантаналы линейкалар тышта уҙғарыла. Төп шарт – тәүге ҡыңғырау һәр параллель өсөн төрлө ваҡытта яңғырарға, социаль арауыҡ һаҡланырға тейеш. Тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙың дөйөм һаны 200 кешенән артмауы мөһим. Ата-әсәләр битлек кейергә, социаль арауыҡты һаҡларға бурыслы.

Мәктәптәрҙә битлек режимы йыл дауамында һаҡлана.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас