-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2021, 14:06

Башҡортостанда коронавирус: Ауырыуҙың үтә лә ауыр осраҡтары артты; COVID-19-ҙан тағы ла 12 үлем осрағы.

Липецк ҡала дауаханаһында 103 йәшлек коронавирус сирлене һауыҡтырғандар. Ул больницанан йүнәлеп сыҡҡан.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә ике көн рәттән тажзәхмәт ауырыуынан 12 үлем осрағы теркәлде.

РБ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә үткән тәүлектә сирлеләрҙең 290 яңы осрағы теркәлгән. Пандемия башланғаны бирле республикала  COVID-19 менән сирләүҙең 53169 осрағы.

48 756 кеше һауыҡҡан, шул уҡ ваҡытта һуңғы 24 сәғәттә  448 кеше больницанан сыҡҡан. Әлеге мәлдә 3,4 мең кеше сирләй. 74 кеше (үткән тәүлектә 61 кеше ине) ауыр хәлдә, 10 кеше ИВЛ аппаратына тоташтырылған. Дауаханалар 91 процент  ковид-ауырыусылар менән тулған. Өйҙә дауалау курстарын 2 731 кеше ала.

Башҡортостанда COVID-19-ҙан  1,073 млн кеше вакцина эшләткән. 67,5 процент уҡытыусы прививка яһатҡан. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусылар вакцина яһатырға мәжбүр ителмәй.

2021 йылдың 1 сентябренән 1 декабренә вакцина яһатҡан рәсәйлеләр араһында 100 000 һумлыҡ лоторея уйнатыласаҡ. Был турала РФ-ның премьер-министры Михаил Мишустин ҡарарға ҡул ҡуйған.

Липецк ҡала дауаханаһында 103 йәшлек коронавирус сирлене һауыҡтырғандар. Ул больницанан йүнәлеп сыҡҡан.

Коронавирус йоҡтороу буйынса япония антирекорд ҡуйған – 23917 осраҡ.

Хөкүмәт етәкселәре ауырыуға ҡаршы көрәштә илдә иҫкен хәл тыуҙы тип тапты. Шуға ла Токиола һәм тағы ла биш административ берәмектә 12 сентябргә тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимы булдырҙы.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустың “дельта” штаммы тиҙерәк тарала тип хәбәр итә.

Илдә COVID-19-ға ҡаршы  4,7 млрд кеше вакцина эшләткән.

Вакцина эшләмәгәндәргә прививка эшләткән тигән танытма биргәне өсөн Америка фармацевтына 100 йыл төрмә срогы янай. 34 йәшлек Чжао Тантан онлайн-платформа 125 сертификат һатҡан.

Башинформ сайтынан алынды.

Автор: Башинфор
Читайте нас