

“Һеҙҙең ялығыҙ – беҙҙең эшебеҙ!”
Илебеҙҙә тажзәхмәт таралыу сәбәпле үткән, быйылғы йәйҙәрҙә кешеләр сит илдәрҙә ял итеүҙән тыйылып үҙебеҙҙең хозур тәбиғәтле Башҡортостаныбыҙ эсендә ял итеүҙе хуп күрҙе.
Хозур тәбиғәтле, данлыҡлы, легендар Шүлгәнле, татлы баллы Бөрйәнгә лә төрлө-төрлө яҡтарҙан туристар бер туҡтамай ағылып торҙо!
Бына беҙҙең һөйләйәсәк геройыбыҙ Бөрйән районының Мәндәғол ауылы егете Арсен Мырҙабаев туристар өсөн ял ойоштороу, уларҙы хеҙмәтләндереү базаһында эшләп йөрөй. 9-сы синыфты тамамлап, имтихандарҙы тапшырғас та эшкә төштөм – тине ул. Әйткәндәй, Арсен өсөн был эш һис тә яңы түгел. Мәндәғолда “Капова тур” исемле ҙур ял базаһы бар. Арсен, үткән йәйҙә был базала хеҙмәт итеп, хәләл аҡсаһына телефон һатып алған. Ул быйыл да үҙ көсө менән аҡса эшләп мәктәпкә кәрәк-яраҡтар аласаҡмын тине.
Егет көн дә ял итеүселәрҙе ҡаршы ала. Артабан палаткаларға урынлашырға ярҙам итә. Ял итеүселәр бигерәк тә мискә-мунсаларҙы оҡшата, ти ул.
Арсен мискә-мунсаларға ут яға, ундағы һыуҙың тулылығын тәьмин итә. Әйткәндәй, эргәлә, Ағиҙел йылғаһының икенсе ярында, тау битендә шишмә ағып ята. Ул кәмәһенә ултырып, аръяҡтан етеҙ генә һыу килтерә. Ә туристар саф шишмә һыуынан самауыр сәйе эсеп кинәнә! Арсендың вазифалары бының менән генә бөтмәй. Ул – базаның һаҡсыһы ла! Кисен өйөнә ҡайтмай, ә шундағы палаткала йоҡларға ҡала.
Ял итеүселәр күп булыуға күрә берәүҙәре ҡайтыуына артынса икенселәре базаға килеп төпләнә. Мәҫәлән, июль айында база бер көн дә туристарһыҙ булманы, ялға кеше ныҡ күп килә. Туристарҙың ялы – беҙҙең эшебеҙ, – тип, йылмая Арсен. Афарин, Арсен! Йәйге ялыңда эшләп, һин аҡса тоторға, финанс мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнәһең! Икенсенән, туристарҙың ялын ойоштороу менән бер рәттән һин улар менән нисек дөрөҫ аралашырға, нисек бәйләнештәр булдырырға төшөнәһең. Ә бөгөнгө хеҙмәт баҙары алсаҡ, аралашыусан, актив, кешеләр менән яҡшы бәйләнештәр булдыра белгән хеҙмәтсәндәрҙе талап итә. Һинең хеҙмәтең дә, туплаған тәжрибәң дә һайлаясаҡ профессияң өсөн ҙур “+” булып торасаҡ!
Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА.