-26 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2021, 09:55

Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа 122 йыл тулыу айҡанлы республикала байрам саралары

27 августа Өфө амфитеатрында («Торатау» конгресс-холы янында) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күренекле полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен сәхнәләштерелә.

Генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм уның командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы  Миңлеғәле Минһажетдин улы Шайморатовҡа 27 августа 122 йыл тула.

Байрам сараһы уңайынан 23-31 авгусҡа тиклем республика музейҙарында тематик күргәҙмәләр эшләй.

“Шайморатовсылар” этабының “Музейҙарҙа башҡорт тарихы” тип исемләнгән музей акцияһы, шулай уҡ тарих дәрестәре, “Армия легендалары: Миңнеғәле Шайморатов” документаль кинофильмын күрһәтеү, интернет-викторина, Асыҡ ишектәр көнө үткәреү ҡаралған.  

27 августа Өфө амфитеатрында («Торатау» конгресс-холы янында) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күренекле полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен сәхнәләштерелә.

Спектакль Башҡортостандың Милли музейы һәм архивы, Хәрби-тарихи музейҙар, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған.

Спектакль киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Рәсәй Федерацияһы Геройы  Миңлеғәле  Шайморатовҡа 122 йыл тулыу айҡанлы республикала байрам саралары
Рәсәй Федерацияһы Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа 122 йыл тулыу айҡанлы республикала байрам саралары
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас