+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2021, 11:35

Хәйерле булһын көнөбөҙ!

Аҙнабыҙ уңышлы үтһен! Бөгөн рәсми булмаған байрам - мәҡәлдәр һәм әйтемдәр көнө! АҢ-БЕЛЕМ ТУРАҺЫНДА МӘҠӘЛДӘР (ДАУАМЫ - САЙТТА)

Хәйерле булһын көнөбөҙ!
Хәйерле булһын көнөбөҙ!



Белемле ҡыҙ - бирнәле ҡыҙ
Белемлегә йот юҡ, белемһеҙгә ҡот юҡ.
Белмәгәндең беләге тыныс.
Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү - ғәйеп
Белгән белгәнен эшләр, белмәгән беләген тешләр.
Белгән — юлда, белмәгән — түрҙә.
Белгәнгә — ер, белмәгәнгә — гүр.
Белмәгән белер, белмәгәндән көлөр.
Белмәгән эшкә ҡатышма.
Белмәгән эштән шайтан көлгән.
Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.
Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең йөрәге тыныс.
Белгәнгә — яңылыш, белмәгәнгә — нағыш.
Көслө кеше берҙе еңер, белемле кеше меңде еңер.
Белемле кеше юғалмаҫ.

Хәйерле булһын көнөбөҙ!
Хәйерле булһын көнөбөҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: