0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2021, 05:20

Бер юрған

ҺОРАУ: Әгәр ҙә ябынырлыҡ бер генә юрған бар икән, һыуыҡтан һаҡланыр өсөн дуҫым менән ул юрған аҫтында икәүләшеп йоҡлай алабыҙмы?

Бер юрған
Бер юрған

❗ ЯУАП: Бәлиғ йәшкә (ә был 10-12 йәштәр самаһы) еткән ике кеше өсөн бер юрған аҫтында ятыу тыйылған. Пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм былай тигән:
🌹«Ете йәштәр тулһа, балаларығыҙға намаҙ ҡылырға бойора башлағыҙ, ә ун йәштәре тулһа (һәм улар намаҙҙарына еңел ҡараһалар) – һуғығыҙ (еңелсә, шелтә булараҡ). Һәм уларҙы айырым түшәктәргә һала башлағыҙ» (Әхмәд, Әбү Дәүд йыйынтыҡтарынан, сахих хәҙис).

Әгәр ҙә айырым йоҡларға тигән был бойороҡ ун йәшлек балаларға ҡарата әйтелгән икән, тимәк, унан да өлкәнерәк кешеләр өсөн был бигерәк тә ярамай. Шуға күрә йә үҙегеҙгә тағы ла берәй юрған табығыҙ, йә бүтәнсә берәй сара күрегеҙ.

"Ваҡыт!"

Автор: Интернет
Читайте нас