+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2021, 09:55

29 октябрь – КОМСОМОЛдың тыуған көнө

Беҙҙең йәшлек урамдарҙа түгел, Комсомолда күкрәп йәшәне, Йылы ямғыр булып ергә яуҙы, Йәйге йәшендәрҙәй йәшнәне!

1918 йылдың 29 октябрендә эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союзының I Бөтә Рәсәй съезында Рәсәй йәштәренең коммунистик союзы – РКСМ ойошторола, 1924 йылда ул – Ленин комсомолы, ә 1926 йылда Бөтә Союз коммунистик йәштәр союзы тип үҙгәртелә. Беҙҙең илдә, дөрөҫөрәге Советтар союзында 200 миллион йәш кеше комсомол рәттәренә инә.  Ойошма 1991 йылға тиклем 73 йыл дауамында  үҙ эшмәкәрлегенә тоғро ҡала.

Комсомолдың данлы үткән юлы, намыҫлы хеҙмәт менән яуланған хәрби һәм хеҙмәт наградалары хәҙер тарихта ғына ҡалды. Әммә комсомол мәктәбен үткәндәр йәшлегенең иң сағыу һәм матур осоро тип иҫкә ала. Улар өсөн комсомолдың тыуған көнө бөгөн дә иң матур байрамдарҙың береһе булып ҡала.

 

 

Комсомоллы йәшлегем

Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым,
Беләм уның мөмкин булмауын.
Ә бары тик ҙур һөйөнөс менән
Иҫкә алам йәшлек йылдарын.
Беҙҙең йәшлек колхоз ҡырҙарында
Шәкәр сөгөлдөрө утаны,
Бесән сапты, эҫкерттәргә һалды,
Ә йөрәген һүнмәҫ ут алды.
Беҙҙең йәшлек ырҙын табағына
Комбайндан иген ташыны.
Ә кистәрен ауыл клубында
Ул бейене ярһып, шашынып.
Беҙҙең йәшлек төнгө урамдарҙы
Дәртле йырҙар менән уятты...
Кемдер әрләп ҡалды, ә кемдеңдер
Йөрәгендә һағыш ҡуҙғытты...
Беҙҙең йәшлек йыраҡ ҡалаларҙа
Һөнәр үҙләштерҙе тырышып,
Армияла хеҙмәт итте теләп,
Йөрөмәне ҡасып, талашып...
Беҙҙең йәшлек урамдарҙа түгел,
Комсомолда күкрәп йәшәне,
Йылы ямғыр булып ергә яуҙы,
Йәйге йәшендәрҙәй йәшнәне!
Йәшлегемә ҡайтам, тип йырламайым,
Бөгөнгөм дә матур бит әле!
Ә йәшлегем ғүмер дәфтәремдең
Комсомоллы сағыу биттәре!
Иҫтәлекле, яҡты биттәре!

(Авторы билдәһеҙ)

29 октябрь – КОМСОМОЛдың тыуған көнө
29 октябрь – КОМСОМОЛдың тыуған көнө
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: