-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2021, 10:06

Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең йыйыны уҙҙы

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә.

Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең йыйыны уҙҙы

Оло Ыҡтамаҡ ауылы район мәҙәниәт һарайында Мәсетле районының 15 ауылында, шулай уҡ Башҡортостандың Балаҡатай, Ҡыйғы райондарында, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә, Әсет, Нижнесергинск райондарында йәшәгән Ҡошсо ырыуы вәкилдәренең йыйыны уҙҙы.
Сара Башҡорт тарихы йылы һәм Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов, тарих фәндәре кандидаттары Салауат Хәмиҙуллин, Нурислам Ҡалмантаев, Искәндәр Сәйетбатталов, Флүр Дуҫмөхәмәтов, башҡа рәсми ҡунаҡтар, йәмәғәтселәр, район халҡы ҡатнашты.

– Башҡорттар элек-электән үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙарҙы күмәк йыйылып, кәңәшләшеп сығарған, – тине Ғәлим Яҡупов. – Бындай саралар халыҡтың тупланыуына, рухи йәһәттән көсәйеүенә булышлыҡ итә, хаталаныуға ла урын ҡалдырмай. Хәҙерге глобалләшеү шарттарында үҙебеҙҙе милләт булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн йыйын йолаһын тергеҙеү мөһим.

Делегаттар Ҡошсо ырыуының боронғо әйберҙәренән, биҙәүестәренән, көнкүреш кәрәк-яраҡтарынан, өҫ кейемдәренән, һауыт-һаба торған күргәҙмә менән танышты, тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелгән, ҡайһы бер ауыл ырыуҙарының шәжәрәләре тәҡдим ителгән. Шулай уҡ, Ҡошсо ырыуы тураһында документаль фильм күрһәтелде. Сараның пленар өлөшөндә тарихсылар һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр докладтар менән сығыш яһаны, улар башҡорт ырыуҙары тарихына, проблемаларына туҡталды.

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Марат Әхмәтшин әйтеүенсә, был оло һәм мәртәбәле йыйынға төплө әҙерләнгәндәр.
– Ойоштороу комитеты ағзаларының кәңәшмәләре, республикалағы һәм күрше өлкәләрҙәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осрашыуҙар, фәнни-ғәмәли конференциялар уҙҙы, конкурс һәм флешмобтар ойошторолдо. Ҡошсо ырыуына арналған фәнни-ғәмәли конференциянан докладтарҙан, карталар һәм фотоматериалдарҙан, башҡорт ырыуҙарының көнүҙәк проблемаларына арналған материалдарҙан торған йыйынтыҡ донъя күрҙе. Мәсетлеләрҙә үҙ ырыуҙарын өйрәнеү теләге ҙур, һәм улар үҙ шәжәрәләрен әҙерләүгә етди ҡараны. Ҡошсо ырыуы йыйыны кеүек осрашыуҙар беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, артабан үҫешергә мөмкинлек бирә, яңы маҡсаттар ҡуйыла, – ти Марат Әхмәтшин.

Ҡошсолар Урта Азиялағы боронғо төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан тип иҫәпләнә. Беҙҙең эраның 1-се мең йыллығында төркиҙәр менән көнбайышҡа яуҙарҙа ҡатнашҡандар. XII быуатта монголдарҙың дурбан (дыуан) ҡәбиләһе тарафынан буйһондоролған. XIII — XIV быуаттарҙа бөткөһөҙ яуҙарҙа ҡатнашыу һәм күсеп йөрөү арҡаһында төрлө халыҡтар араһына инеп китеп таралалар. Шул иҫәптән башҡорттар араһына ла. Тәү башлап Волга (Иҙел) ҡушылдыҡтары Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр.

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин яҡташтарының тыуған яҡ тарихын һәм республиканың мәҙәни мираҫын һаҡлау эшенә тос өлөш индереүе билдәләй.

– Мәсетле районы матур тәбиғәтле, күркәм төбәк. Әммә уның төп байлығы – маҡтауға лайыҡ, ҡунаҡсыл, хеҙмәт яратҡан кешеләре. Беҙҙең районда 15-тән ашыу милләт вәкиле дуҫ һәм татыу йәшәй. Һәр кеше үҙенең ҡайһы ырыу вәкиле икәнлеген яҡшы белергә тейеш. Был сара мәсетлеләрҙең ата-бабалары рухына тоғро ҡалыуын, нәҫел ебен өйрәнеп, шәжәрәһенә ҙур иғтибар бүлеүен, балалары үҙ тамырҙарын белһен һәм киләһе быуынға тапшырһын өсөн тырышлыҡ һалыуын күрһәтә, – ти ул.

Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы, умартасы Әхмәтнур Хафизов иһә сараға әҙерлек барышында уҡ күрше райондарҙағы һәм Свердловск өлкәһендәге Ҡошсо ырыуы вәкилдәре менән осраштыҡ, тип билдәләй.

– Тарихи документтар буйынса, Балаҡатай һәм Ҡыйғы райондарында Ҡошсо ырыуына ҡараған өсәр ауыл теркәлгән. Бөгөн уларҙан бары Балаҡатай районында Айҙаҡай менән, Ҡыйғы районында Йонос ауылдары ғына ҡалған.
Красноуфимск районының Һыҙғы ауылында милләттәштәребеҙҙең башҡорттарҙың тарихын өйрәнеү буйынса ҙур эш алып барыуын белеү беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Ғәйшә Айсина 12 йылдан ашыу музей асыу теләге менән янып йөрөй, күләмле тикшеренеү эштәре алып бара, экспонаттар йыя, ҡабартмалы сигеү менән шөғөлләнә. Ул был изге эштә яңғыҙ түгел – балалары матди ярҙам күрһәтә, тыуған ауылдарының яҡшы эштәрен һәм йолаларын дауам итеүҙә башҡаларға өлгө булып торалар. Ғәйшә Айсинаның экспонаттары араһында бишек, йөн иләүес, ағас көҙгөләр, һандыҡтар, карауаттар, милли кейем, ҡыҫҡаһы, йөҙгә яҡын боронғо әйбер бар.

Көҙәй һәм Мең ырыуҙары йыйындарында, Туймазылағы башҡорт ырыуҙары йыйынында ҡатнашып, беҙ үҙ халҡыбыҙҙың килеп сығышын өйрәнеү буйынса ҡиммәтле тәжрибә алдыҡ.

Беҙҙең төп бурыс – үҙ ырыуыбыҙҙың лайыҡлы улдары булыу, халҡыбыҙҙың именлеге тураһында даими хәстәрлек күреү, балаларыбыҙҙың аң кимәле, мәҙәни һәм рухи үҫешен хәстәрләү, бай рухи мираҫыбыҙҙы үҫеп килгән быуынға тапшырыу, - ти Әхмәтнур Хафизов.

Сверловск өлкәһенең Красноуфимск ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Виталий Ихъяев сараға бик етди ҡараныҡ һәм ентекле әҙерлек эше алып барҙыҡ, тип белдерә.

- Рахманғол һәм Бишкә ауылдары халҡы менән осрашыу бик теремек уҙҙы. Бында Ҡошсо ырыуы тарихы, ҡошсоларҙың Красноуфимск районы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙмышында әһәмиәтле роль уйнауы хаҡында һөйләнек. Шулай уҡ конференция ойошторҙоҡ.
Минең тамырҙарым Оло Аҡа, Әжекәй һәм Һабанаҡ ауылдарына барып тоташа, шуның өсөн дә халҡыбыҙ берҙәм һәм бергә булырға тейеш. Киләсәктә үҙ тамырҙарыбыҙҙы онотмау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау өсөн этноүҙәктәр барлыҡҡа килтереп, мәҙәниәт үҫешкә ярҙам күрһәтергә кәрәк, - ти ул.

***
Сара сиктәрендә, Оло Ыҡтамаҡ балалар китапханаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған ырыуҙар йыйыны, "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығы уңайынан мәктәп уҡыусылары менән осрашыу булды. Борон замандарҙан был ерҙәрҙә Ҡошсо ырыуы башҡорттары йәшәгән. Улар республикабыҙҙың күп райондарында көн итә: Мәсетле, Балаҡатай, Салауат һәм Силәбе, Свердловск өлкәләрендә лә йәшәйҙәр. Сара китапхана менән танышыуҙан башланды. Беҙҙең менән күрешергә төбәктең Иҫке Мишәр, Яуыш, Оло Ыҡтамаҡ мәктәптәренән 1- 4 класс уҡыусылары йыйылғайны. Осрашыуҙа баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларға ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәр эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтова, биология фәндәре докторы Рафаҡ Ғиниәтуллин, техник фәндәр докторы Юлай Байрамғолов, данлыҡлы ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов - ошо ырыу шәхестәре.

Ҡошсо ырыуының ағасы - муйыл. Балалар баҫманың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә ырыу ҡошон төшөрҙө. Берәүҙәр уны аҡҡош ти, икенселәр ыласын тип иҫәпләй. Бөгөн беҙ аҡҡош төшөрҙөк. Еңеүсе һүрәт авторы - 4-се класс уҡыусыһы Арина Йомаҙилова һүрәте. Лауреат исеменә Гөлназ Зәбихуллина, Эвелина Мөбәрәкшина, Эльмир Йыһаншин, Зарина Такиева, Елена Мусина, Илүзә Сабирова лайыҡ булды.

Район мәктәптәрендә башҡорт теле туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнелә. Балалар Башҡортостан тарихы, шәхестәр буйынса һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Шәжәрәһен өйрәнеүселәр ҙә бар. Ырыуҙың батыры Салауат Юлаевтың яуҙашы - Ишмән Итҡолов. Уның тураһында "Аҡбуҙат" журналының октябрь һанында ошо район шәхесе, С. Юлаев премияһы лауреаты Ринат Камалдың мәҡәләһе баҫылды. Ана шулай укыусылар халҡы шәхестәре рухында, миҫалында үҫеүе бик мөһим.
Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән " Урал батыр" йәнһүрәтте лә балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Н. Хәлиуллина, Г. Балтабаева, Л. Абдуллина әҙерләне.

Фото авторы Айрат Нурмөхәмәтов

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА