-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2021, 10:20

Бәхетле бала саҡ!

Билдәле шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина бала сағында ныҡ иркә бала булған.

Бәхетле бала саҡ!

Бала саҡта минең уйынсыҡтарым ныҡ күп булды. Ағайҙарым студент, Өфөнән һәр саҡ тәтәй ташый. Атайым да гел ҡыуандыра. Бер мәл нимәгәлер үсегеп туҡтай алмай илағанымда әсәйем йыуатты-йыуатты ла, тышҡа сығып китте. Илағым килмәй, һаман биҙунланам, үҙем ипләп кенә тәҙрәнән әсәйемде күҙәтәм. Урамда бер апай менән һөйләшеп торҙо ла, магазин яғына китте. Күп тә үтмәй матур ғына ҡурсаҡ тотоп ҡайтып инде. Бала күңелен шулай ныҡ күргәндәренә ошоғаса яҡындарыма рәхмәтлемен! Ныҡ иркә, наҙлы итеп, һөйөп кенә үҫтерҙеләр.

Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Бәйләнештә" сайтындағы сәхифәһенән алынды.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА