+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2021, 17:48

Юлдарығыҙҙа имен-һау йөрөгөҙ!

Автобусҡа инер-инмәҫ юлсыға хәбәр ҡушты шофер.Төйөнсөгөн капот өҫтөнә ҡуйып,ағай кеше кеҫәләрен тентене.Төйөнсөгөн асып,кружка,тәрилкә,ҡалағын берәм-һәрәм сығарып теҙҙе.Аҡса эҙләне.-Миңә,ҡустым,Басайға ғына,аҡсамды тапмайымсы.Паспортымды ҡалдырып торайым.

Юлдарығыҙҙа имен-һау йөрөгөҙ!
Юлдарығыҙҙа имен-һау йөрөгөҙ!

Фәрештәлер...Шайтандыр...

Күп йөрөнөм юлдарҙа.Илебеҙҙе арҡыры-буйға әллә күпме гиҙҙем.Юлдашһыҙ юл буламы-арыу ғына кешеләр осраны юлдарымда:үтә лә кеселеклеләр,үтә кешелеклеләр,ябайҙар, күп һөйләүселәр,һүҙһеҙ тыңлаусылар,асыҡ күңеллеләр,йомоҡ кешеләр ,,йомаҡ"кешеләр, илаҡтар,шымдар,хыялыйҙар,зыялыйҙар...Һөмһөҙҙәр,яһилдар,уҫалдар ҙа осраны донъя булғас.
,,Хызыр Илъяс юлдашың булһын !"-ата-әсәм теләге гел генә миңә шаршау булды.Үтә лә мәрхәмәтлеләр юлдарымда күберәк булды.Шөкөр.Аҙашҡан саҡтарымда юл табыштылар,юғалған мәлдәремдә-мине таптылар.
Бер заман бер өйҙән ҡата башындай ғына өс ҡыҙ
Баймаҡ интернат- мәктәбенә уҡырға киттек.Өс йыл бер туҡтауһыҙ юл йөрөнөк .
Беҙҙе каникулдарға класташ ҡыҙыҡайҙың оләсәһе Сәғитә исемле инәй килеп алып ҡайтыр ине.,каникулдар бөткәс,беҙҙе алып барып тәрбиәселәребеҙгә,,тапшырыр" ине. Йоҡа ғына кәүҙәле,ап-аҡ сәсле, мөләйем йөҙлө инәй беҙҙе ҡурсалар ап- аҡ Фәрештә булды.Бейәләйһеҙгә- бейәләйен,ойоҡһоҙға ойоғон сисеп бирҙе,үтә кескәйҙәрҙе ҡуйынына алып йылытты,һыуһағанға -һыуын,асыҡҡанға ашын ҡыҙғанманы.
1980 -се йылдар башы.
Яҙын-көҙөн батҡаҡ,ҡышын юлһыҙ саҡтар күп булды.Сибай менән Күсей араһында гел генә юлдар өҙөлөр булды.Шул мәлдәрҙә Сибай тимер юлы вокзалында әллә күпме төн уҙғарғаныбыҙ булды.Ишеге эстән эленмәгән ҙур вокзал.Ундан ашыу ҡыҙҙар,малайҙар ҡаҡ ултырғыстарҙа һуҙылып төшөп ятабыҙ.Инәйебеҙ ятмай,беҙҙе ҡарауыллай.Ҡышҡы оҙооон төндәрҙә шәм булды беҙгә инәй.
Изге ғәмәлдәре өсөн ожмах баҡсаһында күп атлауҙан талсыҡҡан аяҡтарын һоноп ултыралыр,тим Сәғитә инәйҙе иҫкә алһам.
Юл һайлама,юлдаш һайла,тигәндәй, һин теләгән юлдаш та гел генә осрамай .
Күңелемде бик ныҡ ҡырған хәл дә Сибай-Күсей юлында булды.
Ике баламды алып юлға сыҡҡайным.
Контролер ҡыҙыҡай билеттарҙы тикшереп бөтөп, хәйерле юлдар,теләп оҙатып ҡалды.
Ҡуҙғалып киттек.Шоферға күҙ һалдым,яңыраҡ эшләй башлағандыр,бығаса күргән кешем түгел.Ҡаланы сығып киткәнсе,тағы ике туҡталыштан пассажирҙар алды.Ғәжәпләндергәне шул булды-үтә лә ҡырыҫ ине һөйләшеүе һөмһөҙҙөң.Бер кемгә лә билет йыртманы.
Ҡағыҙ киҫәге кемеһенә хәжәт,тип уйлап,үҙ -үҙемде битәрләп киләм-минең ни эшем бар ?
Саҡырлы-соҡорло юлдар. Автобус тәгәрмәстәре йә бер соҡорға,йә икенсеһенә төшөп китеп ,ана ауам,бына түңкәреләм,тигән һымаҡ бара.,,Мәңге юлдар булманы инде беҙҙең яҡтарҙа-"эсем бошоп барам!Ҡыҙым алдымда йоҡлап бара,улым эргәмдә башын минең яурынға һалып ойоп киткән.
Юлдан ситтәрәк ике ҡулына ла сумка тотҡан берә инәй яй ғына атлап китеп бара.Беҙҙең автобус геүләп эргәһенән үтеп китте
-Ниңә туҡтатмайһығыҙ автобусты?
-Ул бит ҡулын күтәрмәне.
-Нисек күтәрһен,уның бит ҡулы өсәү түгел.Туҡтатығыҙ хәҙер үк!
Шоферым туҡтарға уйламай ҙа.
Мин тауыш ҡуптарҙым.Тауышҡа ҡыҙым уянды.Минән башҡа береһе лә өндәшмәй халыҡтың.Кемеһе йоҡлаған,кемеһе ҡолағына наушник тыҡҡан кеше булып киләләр.Битарафлыҡтарына йәнем көйҙө.
-Туҡтатығыҙ.Мин ялыу яҙасаҡмын. Шофер туҡтатты автобусты,ишеген асты.Арыуыҡ алыҫта ҡалған инәйгә ҡаршы сыҡтым,әйберен күтәрешеп индерҙем.
-Рәхмәт,балам,тигән булды инәй,үҙен бик ғәйепле һанап,һуңлағанмындыр,тиһәм
Төркмән ауылында күп кенә кеше төштө.Инеүселәр юҡ ине. Больница яғынан хәлһеҙ . атлап килгән оло ғына ағайҙы,ни ғәләмәттер ,көтөп алды шофер.
-За проезд оплачиваем.
Автобусҡа инер-инмәҫ юлсыға хәбәр ҡушты шофер.Төйөнсөгөн капот өҫтөнә ҡуйып,ағай кеше кеҫәләрен тентене.Төйөнсөгөн асып,кружка,тәрилкә,ҡалағын берәм-һәрәм сығарып теҙҙе.Аҡса эҙләне.
-Миңә,ҡустым,Басайға ғына,аҡсамды тапмайымсы.Паспортымды ҡалдырып торайым.
Ағай түш кеҫәһенән паспортын сығарып һалды.
-Аҡса түлә,паспортың нимәгә миңә.Йәки,сыҡ автобустан.
Ағай ҡашаяғын төйөнсөккә йыйҙы,ишеккә атланы.
-Үҙем түләйем һеҙҙең өсөн, ағай ултырығыҙ,-шоферға ун тәңкә һуҙҙым.
Ҡуҙғалып киттек.
,,Әсәһенең аҡ күкрәк һөтөн имгәндәр юлдаш булһындар һеҙгә"-бер саҡ Сәғитә инәй шулай тигәйне.Шулар иҫемә төштө.Был әҙәмде кем имеҙҙе икән?Нәпсе менән шайтан бер атанан,булып,нәпсеһе төпһөҙ шоферҙы шайтанға тиңләнем-уға юлдаш булғым килмәне.
Басай осонда ике балам менән төшөп ҡалдым.Көҙ айы.Кис етһә лә ,йылы ине.Күкрәк тултырып тын алдым.Алыҫтың да яҡыны бар,хәҙер ҡайтып етәбеҙ,Алла бойорһа!
Алда ун ғына саҡрым .Балалар кемуҙарҙан югереп киттеләр.
,,Балаҡайҙарым,юлығыҙҙа гел генә Хызыр Илъяс юлдаш булһын
-доғамды бер туҡауһыҙ ҡабатлайым.

Сулпан Абдрахимова.

Юлдарығыҙҙа имен-һау йөрөгөҙ!
Юлдарығыҙҙа имен-һау йөрөгөҙ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: