-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2021, 13:16

Баш ҡалабыҙҙы йөҙҙән ашыу Яңы йыл шыршыһы биҙәйәсәк

Өфө Яңы 2021 йылды байрам итеүгә әүҙем әҙерләнә. Мэрия мәғлүмәттәре буйынса, ҡалала өс баш ҡала, 16 район шыршыһы һәм күп фатирлы йорттарҙың ихаталарында, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә 90-ға яҡын шыршы ҡуйыу күҙаллана.

Өфөнөң төп шыршылары Ленин исемендәге майҙанды, Салауат Юлаев майҙанын һәм Совет майҙанын биҙәй.
«Район» шыршылары һәм боҙ ҡаласыҡтарына килгәндә, яңы йыл ҡупшыҡайҙарының күпселеге Калинин районында ҡуйыла («Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда; Инорс биҫтәһендә; Шакша биҫтәһендә; Кенәз, Базилевка ауылдарында биш төп һәм күп фатирлы йорттар, сауҙа предприятиелары биләмәләрендә 26 шыршы).
«Шыршы бумы» буйынса икенсе урында – Киров районы (Мөбәрәков урамында бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 21 шыршы).
Өсөнсө урын Октябрь районында («Ҡашҡаҙан» паркында, Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Нуғай ауылында өс төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 12 шыршы).
Артабан Дим («Дим» мәҙәниәт һәм ял паркы янында бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 11), Орджоникидзе (С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, Тимашево, Яңы Черкассы ҡасабаларында өс төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 8), Совет (Өфө балалар филармонияһы алдындағы майҙанда бер төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә 10) һәм Ленин («Тулҡын» паркы алдындағы майҙанда, «Йәдкәр» мәҙәниәт һарайы янында ике төп һәм күп фатирлы йорттар, магазиндар биләмәләрендә ике) райондары килә.
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Баш ҡалабыҙҙы йөҙҙән ашыу Яңы йыл шыршыһы биҙәйәсәк
Автор: