-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2021, 16:14

Яңы йыл хәтирәләре

 Бына беҙҙең сабырһыҙлыҡ менән көтөп алған мәл етте: шыршы янында тегеләй-былай йөрөп ятҡан Ҡыш бабай тоҡсайын асып балаларға күстәнәстәрен тарата башланы.

Яңы йыл хәтирәләре

Туғыҙ балалы ишле ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килгәнмен. Ата-әсәйемдең тәүге ике ир балалары өйҙәрендә мейес булмау арҡаһында һыуыҡ тейҙереп үлгән. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡ ярлылыҡта йәшәгән, сифатлы медицина ярҙамы ла күрһәтелмәгән. Ауылыбыҙ ҙур булһа ла, Мүтә исемле бер фельдшер апайҙан башҡа медицина хеҙмәткәре булманы.Үҫкәс кенә уның сыуаш милләтле Матрена исемле ҡатын икәнлеген һорашып белдем. 
Мәктәпкә 1964 йылда төштөм. Бик теләп барҙым мин уҡырға, беренсе сентябрь көнөн тыным менән тартып алырҙай булып көттөм! Ләкин байрам линейкаһына яңы мәктәп формаһы, алъяпҡыс, галстук тағырға насип булманы. Ғөмүмән, мәктәпте тамамланғанға тиклем үҙемдән ике йәшкә өлкән апайымдан ҡалған кейемдәрҙе кейҙем. Әгәр улар ҙа туҙмаһа, минән кесерәк һеңлеләрем кейҙе. Шуға ҡарамаҫтан, уҡырға төшөүем менән бик бәхетле инем! 
     Тәүге Яңы йыл байрамын да ныҡ көтөп алдым. Ул йылдарҙа ҡышҡы каникулдарға тиклем беренсе синыф балалары тышына аҡ алъяпҡыслы, аҡ таҫмалы, йылмайып ҡул күтәреп ултырған бик матур ҡыҙ төшөрөлгән "Әлифба" китабын уҡыны. Бына алфавиттың 42 хәрефен өйрәнеп бөтөүгә Яңы йыл да килеп етте. Китаптың һуңғы битен асҡас, артабан ни булыр, тағы ла уҡырға китап булырмы, тип ҡайғырғанымды хәтерләйем. Ләкин йомғаҡлау дәресендә уҡытыусыбыҙ Ғәлиә Талиповна, "Яңы йылдан һуң "Башҡорт теле" һәм "Туған тел" тигән китаптарҙы уҡыясаҡбыҙ", тип тынысландырҙы. 
Ул йылдарҙа китапҡа ҙур хөрмәт булды. Беҙ китап-дәфтәрҙәребеҙҙе, ручкаларыбыҙҙы, сумкаларыбыҙҙы бик ныҡ һаҡлай һәм ҡәҙерләй инек. Китап-дәфтәрҙәребеҙ туҙмаһын өсөн тышын гәзит менән тышлайбыҙ, тышлыҡ гәзит туҙһа, алмаштырабыҙ. Былар хаҡында әсәйем дә, уҡытыусыбыҙ ҙа көн һайын тиерлек аңлатып торҙо. Мин дә үҙемдән һуң һеңлеләремә йәмһеҙ, таушалып бөткән китаптар ҡалыуын теләмәнем, шуға "Әлифба"мды тап-таҙа көйөнә тапшырҙым. 
     "Әлифба"быҙҙың иң һуңында ҡыш темаһына шиғырҙар, йырҙар бирелгән. Хәтерҙә уйылып ҡалғаны "Тышта ҡар яуа" тигән йыр, "Ҡыш бабай" тигән шиғыр һәм "Ҡыш бабай һәм ҡар бөртөктәре" тигән әкиәт булғандыр - уларҙы бик яратып уҡыныҡ беҙ! Яңы йылға әҙерлек барышында һүҙҙәрен ятлап алдыҡ, шуға бөгөн дә онотҡаным юҡ: 
Тышта ҡар яуа, ҡар яуа, 
Ниндәй саф һауа, саф һауа. 
Әйҙә, сығайыҡ, сығайыҡ, 
Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ! 
   Хеҙмәт дәрестәрендә үҙебеҙ өсөн битлектәр (маскалар), шыршыны биҙәү өсөн үҙ ҡулдарыбыҙ менән уйынсыҡтар, ҡағыҙ сылбырҙар эшләүебеҙ хәтерҙә ҡалған. Ул замандарҙа Яңы йыл шыршылары ғәләмәт ҙур һәм бейек була торғайны. Әллә үҙебеҙ бәләкәй булдыҡмы икән? Һәр синыф Яңы йыл шыршыһын биҙәү өсөн тырыша: берәүҙәр – сылбыр, икенселәре – уйынсыҡтар, өсөнсөләре – йәнлектәр эшләй. Беҙгә, беренселәргә, сылбыр эшләү ҡушылды. Шаяртып, "А" синыфын арыш, параллель "Б" синыфын бойҙай тип йөрөтә торғайныҡ. Уны нисек эшләү тураһында пионервожатый Рәмзиә Латипова апай беҙгә аңлатып сыҡты. Үҙем эшләйем, үҙемдең аҡылыма һыймай: нисек итеп шул тиклем бейек шыршының түбәһенә еткәнсе сылбыр эшләмәк кәрәк? Ул нисә метрға етер икән? 
   Ә сылбырҙы беҙ аҡ дәфтәр йәки альбом биттәрен төрлө төҫтәргә буяп, (сөнки ул ваҡыттарҙа төҫлө ҡағыҙҙар һатылманы), уларҙы нәҙек кенә итеп киҫә инек. Киҫмәләрҙе бер-береһенә бешкән картуф иҙмәһе (елем юҡ) һылап  тоташтырғас, бәләкәй генә сылбырҙар барлыҡҡа килә башлай. Эш аҙағында һәр беребеҙҙең сылбырын йыйып бер-береһенә тоташтырабыҙ. Бына шулай төрлө төҫтәрҙә балҡып күҙҙең яуын алып торған ғәләмәт оҙон сылбыр барлыҡҡа килә. Үҙ эшебеҙҙән үҙебеҙ, эй, һөйөнәбеҙ, шатлыҡтың сиге юҡ!Хеҙмәт уҡытыусыһы ла эшебеҙҙән ҡәнәғәт: барыбыҙға ла "дүртле", йә "бишле" эләгә. Өйгә яҡшы билдәләре "тейәп" ҡайтһаң, күңел дә күтәренке, ата-әсәйҙәр ҙә маҡтай! 
   Яңы йыл алдынан уҡытыусыларыбыҙға, ата-әсәләргә биреү өсөн дә, шыршыға элеү өсөн дә ниндәйҙер уйынсыҡтар эшләй инек. Кем нимәгә оҫта: малайҙар трактор, машина, ҡыҙҙар  –  сәскәләр төшөрә. Уларҙы буяғас, картуф иҙмәһе менән ҡатырғаға йәбештерәһең дә, иң өҫтөнә шыршыға элеү өсөн еп үткәрәһең. Эш бөткәс, уҡытыусы уларҙы йыйып алып китә. 
   ...Бына минең һағынып көткән беренсе Яңы йыл байрамы ла килеп етте. Уҡыусыларҙың хеҙмәт дәрестәрендә эшләгән уйынсыҡтары, төрлө төҫтәге сылбырҙар, шарҙар менән биҙәлгән байрамса залға атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр йыйылған. Халыҡ шул тиклем күп, урын етмәгәнлектән бала-саға иҙәндән урын алған. Мәктәп директоры барыһын да байрам менән ҡотлап, теләктәр әйтә, уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан балаларға бүләктәр тапшырҙы. Ул йылдарҙа китап  –  иң ҡәҙерле, иң шәп бүләк һаналды. Китап эләкһә, түбә күккә тейә яҙғандай була торғайныҡ!
    Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаныйбыҙ, айырыуса күңелле итеп ҡысҡырып йырлайбыҙ, хатта аяҡтар үҙенән-үҙе гармун көйөнә ҡушылып тыпырлап тора! Бына беҙҙең сабырһыҙлыҡ менән көтөп алған мәл етте: шыршы янында тегеләй-былай йөрөп ятҡан Ҡыш бабай тоҡсайын асып балаларға күстәнәстәрен тарата башланы. Миңә лә иң тәүге ҡәҙерле күстәнәсте тотторҙо. Ябай ғына көрән төҫтәге ҡағыҙ эсенә теп-теүәл алты бөртөк прәник менән һары-ҡыҙыл төҫтәге лампасыйҙар һалынғайны. Шатлығымдың сиге юҡ! Күстәнәсемде төшөрөп ебәрмәйем тигән кеүек синыфыма киттем – байрам ҡайғыһы бөттө. Кейемемде алмаштырғас, бер прәниккә лә теймәйенсә өйгә ҡайтып киттем. Аяҡтар үҙенән-үҙе йүгерә! Эй, бәләкәй туғандарым ҡыуанырҙар инде, тип эстән генә шатлыҡ кисереп атлайым. 
    Ҡайтҡас, төшөрөп ебәрмәйем тигәндәй, һаҡлыҡ менән генә күстәнәсте әсәйемдең ҡулына тотторҙом. Беҙҙә айырып ашау ғәҙәте юҡ, шуға кискелеккә аш эскәндән һуң барыбыҙ ҙа самауыр тирәләй йыйылып ултырып шәшкеләргә һөтлө-мәтрүшкәле "Краснодар" сәйе ҡойолғас, әсәйем һәр беребеҙгә икешәр лампасый менән икешәр прәник өләшеп сыҡты. Барыбыҙға ла етте, сөнки минән өлкән ике апайым да үҙҙәренең күстәнәсен минең кеүек алып ҡайтҡайны. Шул ваҡыттағы самауыр тирәләй ултырып күңелле итеп, Ҡыш бабай күстәнәсе менән сәйҙәр эсеү әле һаман бала сағымдың иң бәхетле мәле итеп хәтеремдә һаҡлана. 


Миләүшә Годбодь,Чехия.

Яңы йыл хәтирәләре
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА