+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2021, 10:43

"Алтын даға" турамаһы

“Ал­тын даға” “Ал­тын даға” салаты күптәргә бик таныш. Ул – беҙ йыш ҡына дөгө менән...

"Алтын даға" турамаһы
"Алтын даға" турамаһы

“Ал­тын даға”

“Ал­тын даға” салаты күптәргә бик таныш. Ул – беҙ йыш ҡына дөгө менән краб таяҡсаларын ҡушып эш­ләгән салат.

Салат өсөн 250 г. краб таяҡсалары, дөгө, 1 һуған, 2 йомор­тҡа, 1 банка кукуруз, тоҙ, майонез кәрәк.

Дөгөнө бешерергә ҡуябыҙ. Шул арала бер нисә минут эсен­дә йомор­тҡаны ла бешерә һалып, һы­уытып, турайбыҙ. Ар­табан краб таяҡсаларына күсәбеҙ. Тик уларҙы эре итеп турамағыҙ, сөнки салатҡа даға фор­маһын биреү а­уырыраҡ була. Һуған­ды ла ваҡлайбыҙ (әгәр лимон булһа, һуған­ды уның һутын­да маринадларға ла мөмкин).

Ҙур һа­уытҡа бешеп һы­уынған дөгөнө, кукурузды һәм ал­дан әҙер­ләп ҡуйған аҙыҡтарҙы һалып, майонез менән бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны ҙурыраҡ тәрилкәгә һалып, уны даға фор­маһына кил­терәбеҙ. Даға өҫтөнә бер ҡат кукуруз йәйеп сығабыҙ.

“Ал­тын даға”ны йә борсаҡ, йә гранат емеш­тәре, йә балан менән биҙәй алаһығыҙ! Табын­дарығыҙ тәмле һәм йән­ле булһын!

"Алтын даға" турамаһы
"Алтын даға" турамаһы
Автор:Аманат
Читайте нас: