+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Ноябрь 2021, 15:18

Солтанбәктә Балыҡсы ырыуы йәшәй

һыҡрап, өҙгәләнеүе, ялбарыуы йөрәкте һыҙлата: “Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреү бик  ауыр. Төньяҡ–көнбайыш башҡорттарҙың, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн хөкүмәтебеҙ ашығыс саралар күрһә ине”  

Солтанбәктә Балыҡсы ырыуы йәшәй
Солтанбәктә Балыҡсы ырыуы йәшәй

Яҙмамды Шаһийән ағайҙың  һүҙҙәре менән башлайһым килә. Солтанбәгем йәмле Сарыс буйында урынлашҡан. Беҙҙең ауылда Балыҡсы ырыуы башҡорттары йәшәй. Үҙем архивтан туғыҙ быуынымды эҙләп таптым.Атай яғынан да, әсәй яғынан да, улар архив материалдарына  нигеҙләнеп яҙылған.Үкенескә ҡаршы, бик аҙ ғына кешеләр бының менән ҡыҙыҡһына....Ауылдарҙа тарих ойрәнеүсе музейлар асырға кәрәк ине лә бит , ҡайҙа инде ул...

Районыбыҙҙың арҙаҡлы улы. Ғүмеренең һуңғы һулышынаса  беҙҙең төбәктә йәшәгән Асҡын башҡорттарының тарихын яңыртыу, телен йәшәтеү өсөн фиҙаҡар көрәшкән һөйөклө Шаһийән ағай Миңлеғалиевтың яҡты иҫтәлегенә бағышлайым.

Солтанбәктәр өсөн дә, асҡындар өсөн дә ул -  бик ихтирамлы, янып торған бер йондоҙ – маяҡ ул.Сөнки беҙҙең ысынбарлығыбыҙҙы танып, онотолоп барған тарихыбыҙҙы , сығышыбыҙҙы өйрәнеп белергә юл аҫты....

Шаһийән ағай Миңлеғәлиев 1931 йылдың  5 ноябрендә Асҡын районы матур тәбиғәтле Солтанбәк ауылында,  ябай крәҫтийән  ғаиләһендә, Тутыя апай менән Миңлеғәли  Ғәбдрәшитовтар ғаиләһендә дөнъяға килә. Ғәбдрәшитовтарға  балаларын иркәләп, наҙлап ултырырға тура килмәй. Октябрь революцияһынан һуңғы йылдар: емереклек,  аслыҡ, яланғаслыҡ, коллективлаштырыу йылдары...Күпме михнәттәр, ауырлыҡтар иңнәренә төшкән халҡыма?!  Өҫтәүенә Бөйөк Ватан һуғышы башланған...

Шаһийән ағайға ауылда аһ-зарлы һуғыш йылдарында белем алырға тура килә. Уҡытыусылар бөйөк  педагог А.С. Макаренко алымдарына  таянып уҡытҡан, тәрбиәләгән: хәрбилҙәрсә йөрөүҙе, кәүҙәне төҙ тотоуҙы талап итәләр ине, тип хәтерләй ул бер яҙмаһында. Пионер галсугы алып таға алмаһалар ҙа, күңелдәре төшөнкөлөккә бирелмәй уларҙың. Һәр эштә әүҙем булып, тырышып уҡыйҙар ҙа ...

Етенсе синыфты тәмамлағас, ике йыл тирәһе ат ҡараусы булып эшләп тә ала ул.

Тик уҡырға теләк көслөрәк  була. 1948 йылды ете егет һөйләшеп, йыраҡ Урмияҙ урта мәктәбенә уҡырға китә...Ҡалын урманлы араны,ҡарлы- боҙло ямғырҙа ла, ыжғырып торган буранда ла үтеп, аслы- туҡлы Урмияз мәктәбен тәмамлайҙар. Юғары белемгә эйә булалар. Илебеҙҙең төрлө тарафтарында намыҫлы хеҙмәт итәләр: Изах Әғләмов, Иғтисам Ғилманшин – офицер – авиаторҙар, Булат Хөснийәров, Фәйзи Ибраһимов, Туҡтағол   Саяпов – уҡытыусылар, Әмирйән Әхмәров ауыл хужалығы хеҙмәткәре һөнәрҙәрен үҙ итәләр...

Ә Шаһийән ағай  1953 йылда Иркутскиҙа авиация-техник  мәктәбенә уҡырға инә, 1956 йылда  тәмамлап,  СССР Оборона  министрлығы йыраҡ авиацияһында техник булып хеҙмәт  итә, унан Чернигов  өлкәһе Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә.

1957 йылда Урмияз  ауылы ҡыҙы Ғәлиә Ахунйән ҡыҙы Ахуноваға өйләнә.Уларҙың мөхәбәт емеше булып 1958 йылда  улдары Олег  донъяға  килә.

Хрущев заманындағы ҡыҫҡартыуҙарҙан һуң, СССР Оборона министрлығының хәрби – төҙөлөш часына Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына күсерәләр. Ул баллистик ракеталарҙы эшләтеп ебәрә торған  комплексты төҙөүҙә ҡатнаша.

Ғәлиә апай Бөрө пединститутының  урыҫ филологияһы факультетын тамамлағас, балаларға урыҫ теленән белем бирә, 1976 йылда вафат  була.

1978 йылда хеҙмәтен тултыргандан һуң, 1988 йылға тиклем Козельск ҡалаһында трикотаж  фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләй.

1988 йылда Шағийән ағай Өфөгә күсенеп ҡайта һәм Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында  именлек хеҙмәтендә эшләй .Тик күңел төбөндә ятҡан бер һорау тынғы бирмәй уға – ул да булһа тыуған яҡтың тарихын өйрәнеү.

Шағийән ағай шул йылдарҙа башкөллө эҙләнеү- тикшеренеү  эштәренә сума.  Ун йыл буйы архивтарҙа эҙләнеп, ул ауылыбыҙҙың тарихнамәһен, үҙенең һәм ауылдаштарының шәжәрәләрен энәһенән-ебенә тиклем тикшерә.1992 йылда Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе балыҡсы улусының башҡорт аҫабалары һәм припущенниктар тураһында мәғлүмәттәр туплап, Балыҡсы улусындағы башҡорт ауылдарының исемдәрен асыҡлап, төрлө йылдарҙағы  ревизия һөҙөмтәләрен сағыштырып,  исемдәрен асыҡлап татарса уҡытылған Асҡын башҡорттарының тора-бара татар булып яҙыла башлауҙарын архив материалдарында күрһәтеп, йыйған бар мәғлүмәттәрен “Урал ” башҡорт халыҡ үҙәгенә, тарихсы –ғалимдарға алып тапшыра.

1992 йылдың 24 декабендә “Йәшлек” гәзитендә сыҡҡан бер мәҡәләһендә һыҡрап, өҙгәләнеүе, ялбарыуы йөрәкте һыҙлата: “Миңә, Асҡын районы башҡортона, халҡымдың күҙ алдында юҡҡа сығыуын күреү бик  ауыр. Төньяҡ–көнбайыш башҡорттарҙың, исмаһам, ҡалған өлөшөн булһа ла һаҡлап ҡалыу өсөн хөкүмәтебеҙ ашығыс саралар күрһә ине”  тип үкһей, йәш бала шикелле. Республика матбуғат һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә лә үпкә белдерә. “Һеҙ беҙҙең яҡтарҙа һирәк булаһығыҙ, иғтибар итмәйһегеҙ. Ғалимдар ҙа күренмәй беҙҙең яҡтарҙа,” тип борсола ағайыбыҙ. Ғалимдарҙы, журналистарҙы, тарихсыларҙы алып килеп тә төшә ул. Шундай осрашыуҙарҙың береһе -1996 йылдың 20 мартында Асҡын районы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы булһа, ә 2–сеһе 1996 йылдың 27-29 ноябрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Нияз Мажитов етәкселегендә бер төркөм тарихсылар, яҙыусылар конферецияһы үтә.

Был  тотош Асҡын халҡының күҙен аса... имеш–мимештәргә ҡоролған  береһе- Һөйәнтүҙ фажиғәһенең тоҡомдары икәнебеҙҙе иҫбатлаһа, башҡорт халыҡының халыҡ йырҙарының береһе Тәфтиләүҙең беҙҙең яҡтар тарихынан сыкканын белеп,  халҡым берсә тетрәнде, берсә халҡымдың батыр булыуы һоҡландырҙы.

Яҡташыбыҙҙың эҙләнеүҙәре “Ватандаш”, “Ағиҙел”  журналдары, “Башҡортостан” гәзите биттәрендә, Һөйәнтүҙ фажиғаһенең 260 йыллығығына арналған конференция брошюроһы йыйынтығына ингән. Барлыҡ башҡорт ауылдарының тарихын асыҡлау буйынса ғәйәт ҙур, баһалап бөтөргөһөҙ эш башҡарыусы һәм уникаль китаптар нәшер итеүсе арҙаҡлы ғалимыбыҙ Әнүәр Әсфәндиәров Шағийән ағай йыйған материалдарҙы Асҡын ауылдарының  тарихына арналған 4 томға индергән.

1997 йылдың октябрендә Ҡоролтай Башҡарма комитеты һәм Асҡын районы вәкилдәренән торған төркөм фажиға булған ауылдарҙы карап сығып, стела торасаҡ урынды билдәләй. Берһүҙһеҙ Солтанбәк ауылы һайлап алына. Стеланы тиҙерәк ҡуйырға саҡыра ағайбыҙ: берҙән әруахтарбыҙға ихтирам көсәйтһә, икенсенән киләсәк буынды татыу, дуҫ, бер ғаилә кеүек  йәшәргә саҡырыр ине, тип стела ҡуйыуҙы тормошҡа ашырырға ашыҡтыра.... Тик ул 2002 йылдың октябрь айында бойомға аша.

Ҡайнар йорәкле илһөйәр ағайыбыҙҙың тырышлыҡтары бушҡа китмәне.  Ул ауылдаштарының киң, таза, һикәлтәһеҙ һәм батҡаһыҙ юлдарҙан йөрөүендә, Һөйәнтүҙ фажиғаһе ҡорбандарына стела ҡуйылғанды ла, ауылдаштарының шәжәрә барлағанын да, яҡты, ике ҡатлы мәктәптә уҡыусыларҙың башҡорт телендә саф  һөйләшеүен дә  күрә алманы... Тик тормош, ҡатмарлы ла,  аяуһыҙ ҙа Шәғийән ағайыбыҙҙың йөрәге 1998 йылдың 2 августында ҡаты ауырыуҙан һуң тибеүҙән туҡтаны. Күптәребеҙ  Шәғийән ағай  Миңлеғәлиевты тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ белһә, икенселәребеҙ хәрби кеше итеп  таныны. Тик шулай ҙа, беҙ  уны халҡы өсөн янып, милләтенең киләсәген ҡайғыртыусы, телен быуындан–быуынға еткерергә өндәүсе, тарихын ҡурсалаусы тип иҫкә алырға,  Шағийән ағай Миңлеғ әлиев кеүек яҡташтарыбыҙ менән ғорурланырға, ғорурланырға һәм ғорурланырға тейешбеҙ.

Беҙ, уҡытыусылар ата-әсәләр менән берлектә бөтөн көсөбөҙҙө һалып был йүнәлештә эшләрбеҙ тип ныҡлы әйтә алам.

Сөнки беҙ мәктәп уҡыусылары менән бик күп эштәр башҡарабыҙ:

1.Атай–әсәйҙәребеҙ мнән бергәләп шәжәрәләребеҙҙе төҙөйбөҙ:    Шәрәфетдинов Мәғсәт ағай менән берлектә ейәндәре Шәрәфетдинова Эльвина һәм Ғәйзуллина Айгөл, Исламов Ғәзинур ағай  менән улы Тамерлан, Хәсәнов Нурулла ағай менән ейәсәре Наҙгөл, башҡорт теле укытыусыһы Фаҡҡарова Розалия  Марат ҡыҙы менән Ғиләжев Айгиз, Муллаянова Әлфиәнең шәжәрәләрен  атаһам. Һеҙ бөгөн Суфиянов Валинур ағай нәҫел шәжәрәһен төҙөргә ейәне Денисламға тапшырғанын күрҙегеҙ. Мәктәп директоры  Фәррәхова Алһыу Фәзнәүи ҡыҙы ҡыҙы Зарема менән ике яҡтың нәсел-нәсәбенең ептәрен барланы.

Яңы ғына мәктәбебеҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе. Мәктәбебеҙҙән сыҡҡан матур ҙа, батыр ҙа, эшһөйәр – ҡыҙҙарын, улдарын саҡырҙы, мәрхүмдәрҙе иҫкә алды. Ябай ғына бер бәләкәй ауылдың күпме кешеһе тыуған ауылыма, илемә хеҙмәте менән дан тота. Бөгөнгө Шаһийән ағай Миңлеғалиевка таҡтаташ асыу тантанаһыла ошоно иҫбатлай.

Уҡыусыларыбыҙ республика күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа призлы урындар яулай. Зәйнуллина Эмилия Зәки Вәлиди исемен йөрөткән милли китапхана ойошторған “Шәжәрәләр” конкурсының еңеүсеһе, Хафизйәнов Фәнүс “Ватаным” конкурсының “Яҡташтар” наминацияһының еңеүсеһе.

Быныһыын әйтмәй күңел булмаҫ. Халыҡ–ара конкурста, Рәсәйҙең фәнни академияһы үткәргән конкурста беренсе урынды яуланыҡ. Ул Зәйнуллина Эмилия Артур ҡыҙы Күкертле  ”Еҫле шишмә” фәнни эҙленеү эше  менән етәксеһе мин Фәһиманова булам. Ҡазаныштар күп һанап бөтөрөп булмасҫ.

Бөгөн ғорурланып әйтә алам: Шаһийән ағай Миңлеғәлиев башлаған эштәрҙе дауам итеүселәр бар, буласаҡ. Солтанбәк ауыл халҡы балалары гел алда һәм алға барырҙар тим. Бөгөн беҙ яҡташыбыҙҙың изге эшен хуплап иҫтәлекле мәл кисерҙек – таҡтаташ астыҡ. Киләсәктә беҙҙең мәктәпкә уның исемен биреүҙе тәҡдим итәм.

Бөгөнгө уҡыусылар , киләсәк быуын ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесен белергә тейеш. Уның исеме, эшләгән эштәре балыҡсы башҡорттарының рух ҡоралы булырға тейеш.

Фәһәмәнова Фәйрүзә Мәхийән ҡыҙы,

география уҡытыусыһы.

 крайҙы өйрәнеүсе

Асҡын районы Солтанбәк ауылы.

Солтанбәктә Балыҡсы ырыуы йәшәй
Солтанбәктә Балыҡсы ырыуы йәшәй
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: