+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 11:55

“Аманат” журналына 2022 йылға яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро!

Шулай уҡ “Аманат”ҡа яҙылыу менән бергә сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны бара!

“Аманат” журналына 2022 йылға яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро!
“Аманат” журналына 2022 йылға яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро!

Cираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашырға, бүләк оторға теләһәгеҙ, 2022 йылдың 1-се яртыһына, ә иң яҡшыһы – бер йылға тотошлай яҙылып, ошо аҫтағы һәм журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөндә, йәки рәсми сайтында ҡуйылған купонды ҡырҡып йәки баҫтырып алып, тултырып, баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы почта квитанцияның (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!

Шул купондарҙы беҙ, Яңы йыл байрамынан һуң, подписка тамамланғас, лототрон рәүешендә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхетлеләрҙең ҡайһыныһына ниндәй бүләктәр эләгәсәген билдәләйәсәкбеҙ. Икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы – 379 һум 57 тин. Индексы – П2706. Ғәҙәттә, ярты йыллыҡҡа яҙылыусы икенсеһенә яҙылырға онота ла ҡуя. Шуға күрә, бер юлы тулы бер йылға яҙылып ҡуйыу отошлораҡ та, арзаныраҡ та булыр.

Тулы йылға яҙылыу индексы – П3396. Шулай уҡ почтаға барып яҙылырға йыбанғандар интернет аша ла ошо адрес буйынса яҙыла ала: podpiska.pochta.ru/press/П2706.

Шулай уҡ rbsmi.ru сайты аша журналдың электрон вариантына ла яҙылып була.

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла уҡыу йылы менән бергә башланды.

Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусылары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ. Синыфҡа етәксеһенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк. Әйткәндәй, улар уҡытыусыларға категорияларын күтәреүгә бик ныҡ ярҙам итә.

“Аманат” журналында, уның интернет төркөмдәрендә йыл әйләнәһенә төрлө темаларға, байрамдарға бағышлап, бихисап конкурстар уйнатыла килә. Уҡыусы балаларҙы, “Аманат”тың дуҫтарын конкурстарыбыҙҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!

“Аманат” менән бергә булығыҙ! “Аманат”лы булығыҙ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: подписка 20 декабргә тиклем дауам итәсәк.

 

“Аманат” журналына 2022 йылға яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро!
“Аманат” журналына 2022 йылға яҙылыуҙың иң ҡыҙған осоро!
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: