Ҡарһылыу ҡайҙан барлыҡҡа килгән?
Әкиәт
Борон-борон заманда бер ауылда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың Көнһылыу исемле ҡыҙы булған. Әбей менән бабай ныҡ ҡартайған, саҡ атлап йөрөгән. Һалҡын ҡыш еткән. Бер ваҡыт уларҙың өйөндә утындары бөтөп киткән, ти. Ҡыҙ үҙе урманға утынға китә. Тышта буран ҡоторһа ла, Көнһылыу ҡурҡып тормаған. Ярлы ғына көн иткәс, кейеме лә йоҡа, алама булған. Бик ныҡ өшөгән ул. Урманда утын йыйып, арҡаһына йөкмәп ала. Ҡараңғы ла төшә башлай. Тик, ҡыҙ килгән юлды буран күмеп китә. Ул, аҙашып, урман буйлап йөрөй башлай. Бара торғас, ағас ботағында ултырған тейенде осрата. Тейен сәтләүек ашап ултыра, ти. Көнһылыу, быны күреп, ҡыуанып китә. Тейен бик зирәк, алсаҡ була. Ҡыҙҙың өшөп тороуын күреп ҡала ла уны өйөнә саҡыра. Ҡыҙыҡай шунда уҡ риза була. Тейендең өйөнә ингәс, хайран ҡала. Бәләкәй генә булһа ла, йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған, эсе тулы ризыҡ. Егәрле тейен үҙ ҡунағын һыйларға керешә. Йылыға ингәс, Көнһылыу иҙерәп китә. Ашап алғас, үҙ хәлен һөйләп бирә. Тейен шул тиклем ҡыҙға ярҙам иткеһе килә һәм уға юлды күрһәтеп ебәрә. Күп рәхмәттәр әйтеп, утынын йөкмәп, ҡыҙыҡай юлын дауам итә. Бара торғас, Көнһылыу урманда балта туҡылдатып йөрөгән кешене күрә. Аптырап, ҡарап тора. Оҙон һаҡаллы бабай ҡыҙҙы шунда уҡ шәйләп ала:
– Бынау тиклем буранда урманда ни эшләп йөрөйһөң? – ти.
– Утынға килдем, – ти Көнһылыу һәм ата-әсәһе тураһында һөйләп бирә. Аҡ һаҡаллы бабай ҡыҙҙы бик йәлләй. Шунан, серле таяғын алып, ергә һуғып ебәргән, осҡондар сәсрәп киткән, шунда уҡ саналы аттар килеп баҫҡан. Тағы һуҡҡан – утын тейәлгән сана пәйҙә булған. Ҡыҙ, был мәғжизәгә, иҫе китеп аптырап торған. Осҡондар сәсрәтеп, бабай, көмөш таяғын әкрен генә ҡыҙҙың баш осона ҡуйған. Көнһылыуҙың өҫтөнә – ап-аҡтан йылы тун, башына – бүрек, аяғына быйма кейелгән, ти. Бабай үҙе ситтән генә ҡарап йылмайып торған. Ҡыҙ был хәлгә ғәжәпләнеп саҡ телен әйләндереп һорай алған:
– Кем һуң һин, бабай?
– Ә һин мине белмәйһеңме ни әле? Мин бит Ҡыш бабай! Шыршы һайлап йөрөйөм бына. Мине күп-күп балалар ашҡынып көтә, теләгең булһа, һине лә алып барам байрамға, улар янына. Миңә ярҙамсы ла кәрәк буласаҡ! – тигән. Бабай таяғы менән ергә тағы һуҡҡан. Улар алдына көмөш санаға егелгән ап-аҡ аттар килеп туҡтаған. Уларҙың тояҡтары көмөштән, ти, ут сәсрәтеп тора икән. Ҡыш бабай, ҡыҙҙы санаға ултыртып, етеҙ аттарында ауылға ҡарай сапҡан. Утын тейәгән аттар ҙа уларҙан ҡалышмаған, ти.
Ауылға барып еткәндә серле таяҡ бөтәһен дә эшләгән: утын бушатылған, күстәнәстәр өҫтәлгә килеп ятҡан. Әбей менән бабайҙың ҡыуаныстарының сиге булмаған. Күстәнәстәр менән һыйланып, тәмле сәй эсеп алғас, Ҡыш бабай, әбей-бабайҙан рөхсәт һорап, ҡыҙҙы үҙе менән байрамға алып киткән. Ҡыҙыҡай, беренсе тапҡыр бындай матур байрамды күреп, бик ҡыуанған: балалар менән бергә ҡупшы шыршы тирәләй уйнаған, йырлаған, бейегән. Ҡыш бабай балаларға бүләктәр таратҡан.
Ваҡыт үтеү менән, Көнһылыу үкһеҙ етем ҡалған һәм Ҡыш бабай уны үҙенә ҡыҙлыҡҡа алған. Ҡарһылыу тип исем биргән. Шунан бирле улар донъя буйлап сәйәхәттә, ти. Һәр бер илдә ҡунаҡ булып, балалар менән бергә Яңы йылды ҡаршылап, уларҙың ҡыуаныстарын әле лә бергә уртаҡлашалар, ти.
Ләйсән СӘҒИТОВА,
Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе уҡыусыһы.