+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ноябрь 2021, 15:44

“Сулпылар” сыңы тынмаһын!

22 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «СУЛПЫЛАР - 2021» йыр-моң бәйгеһе финалистарын  тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы.

“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!

Башҡортостан балалары һәләтен үҫтереп, ижадын яҡтыртып, «Сулпылар» 1992 йылдан бирле сыңлай. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының иң ҙур проекттарының береһе булған «Сулпылар» - республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән меңәрләгән балаға ҡанат ҡуйыусы ижади майҙан. Бында тәүге аҙымын яһаған балалар ең һыҙғанып, Башҡортостан мәҙәниәтенә хеҙмәт итә.  

22 ноябрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «СУЛПЫЛАР - 2021» йыр-моң бәйгеһе финалистарын  ҡотланылар.

Конкурстың жюри ағзаһы булып, легендар композитор Рим Хәсәнов, билдәле йырсы Нәзифә Ҡадирова, йәш йырсы, “Юлдаш плюс” йәштәр интернет-радиоһы етәксеһе Илнур Рамаҙанов, Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, “Мирас” ансамбле солисткаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы  Венера Юлгилдина эшләне.

Быйыл конкурсҡа 321 ғариза килде. Беренсе турға - 50, икенсе турға 26 бала үтеп,финалда тик 13 йырсы ғына сығыш яһаны. Арҙаҡлы Жюри үтә ҡатмарлы эште ғәҙел һәм ентекле башҡара алды. Оҫталыҡ дәрестәре, интенсив-тренингтар, фотосессия, репертуар өҫтөндә эшләү һ.б. «Тамыр» командаһы музыкаль проектты лайыҡлы атҡарып сығыр өсөн көсөн йәлләмәне.

Жюри ағзалары оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, ошондай һөҙөмтә яһаны:

 Гран-при - Рамаҙан Биккинин (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
 1 урын - Зиннур Исламов (Борай районы)
 1 урын - Риана Хәлиуллина (Дүртөйлө ҡалаһы)
 2 урын - Марат Әхмәтйәнов (Туймазы районы)
 2 урын - Элина Ҡужагилдина (Хәйбулла районы)
 3 урын - Алтынай Моталлапова (Йылайыр районы)
 3 урын - Азамат Рәхмәтуллин (Ишембай ҡалаһы)
 3 урын - Нурислам Зәкиров(Туймазы районы)

«Өмөт номинацияһы» - Айназ Рәхмәтова (Өфө ҡалаһы)
«Иң халыҡсан йырсы» - Лиана Мәхмүтова (Бөрйән районы)
«Рухлы йырсы» - Ислам Алдаҡаев (Ҡырмыҫҡалы)
«Иң моңло йырсы» - Нәркәс Бәҙретдинова (Мәсетле районы)
«Иң дәтле йырсы» - Инсаф Атанов(Өфө районы)

 Йәмле,матур байрамдан фотолар: https://vk.com/album-48589305_281665822

«Сулпылар»ҙа ижади һабаҡ алған бала ҙур тормошҡа  ышаныслы атлай.


“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
“Сулпылар” сыңы тынмаһын!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: