-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 12:51

Башҡортостанда "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла

24 ноябрҙә проекттың беренсе резиденцияһы Күмертауҙа үҙ эшен башланы. Яҡындағы өс аҙна эсендә ошондай уҡ ун дүрт майҙан республиканың ете ҡалаһында һәм Өфөнөң ете районында асыласаҡ. Улар иҫәбендә Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекамск, Октябрьский, Сибай, Межгорье һәм Ағиҙел.

Башҡортостан ҡалаларында "Мәғариф" милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла.

24 ноябрҙә проекттың беренсе резиденцияһы Күмертауҙа үҙ эшен башланы. Яҡындағы өс аҙна эсендә ошондай уҡ ун дүрт майҙан республиканың ете ҡалаһында һәм Өфөнөң ете районында асыласаҡ. Улар иҫәбендә Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекамск, Октябрьский, Сибай, Межгорье һәм Ағиҙел.

Бындай үҙәктәр асылыу уҡыусылар өсөн заманса технологиялар менән эш итергә өйрәнеү мөмкинлеге бирә. "Үҫеш нөктәһе" үҙәге өсөн төҙөкләндерелгән физика, химия, биология буйынса уҡыу ҡорамалдары комплекттары булған кабинеттар эшләй, цифрлы лабораториялар, лаборатор эштәр, тәжрибә үткәреү өсөн  ҡорамалдар, ноутбуктар, механика, робототехника буйынса йыйылмалар һәм башҡалар булдырылған. Балалар квадрокоптерҙар менән идара итә, 3D принтерҙары менән эшләй, фотостудияларҙа шөғөлләнә. Былар барыһы ла уҡыусыларҙы тырышып уҡыуға дәртләндерә, уҡытыусыларҙы белем биреүгә илһамландыра. 

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 800-гә яҡын "Үҫеш нөктәһе" үҙәге асыу планлаштырыла. 

Башҡортостанда "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла
Башҡортостанда "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла
Башҡортостанда "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла
Башҡортостанда "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре асыла
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: