чс
Туған телем – иркә гөлөм.
Йәйҙең бер матур көнөндә ғаиләбеҙ менән бесәнгә сыҡтыҡ. Тәбиғәткә һоҡланып туя алмайбыҙ. Беҙҙең яҡтар бигерәк матур бит ул, курорттарың ары торһон. Хатта тирләп-бешеп бесән эшләүе лә күңелле.
Арып киткәс, хәл йыйырға туҡтаныҡ. Атайым сәй ҡайнатып маташа, әсәйем ситтәрәк мәтрүшкә йыя. Ә беҙ – апайым, мин һәм ете йәшлек һеңлем, үләнгә яттыҡ та зәп-зәңгәр күктә йөҙгән аҡһыл болоттарҙы күҙәтәбеҙ. Уларҙы әллә нәмәләргә оҡшатып бөтөрәбеҙ. Береһен мин айыуға оҡшаттым, һеңлем эт балаһын тапты, ә апайым: “Ана теге болот күбәләккә оҡшаған,” – тине. Шул ваҡыт апайымдың маңлайына бер күбәләк килеп ҡунды. Беҙ кинәт көлөп ебәрҙек тә күбәләкте ҡурҡыттыҡ.
Бахырҡай, осоп китте лә мәтрүшкә йыйып килгән әсәйемдең ҡосағындағы гөлләмәгә ҡунды. Ул да һелкенеп, күбәләкте өркөткәс, ары осто һәм болондағы сәскәләргә ҡунып, уйнарға тотондо.
Шул ваҡыт һеңлем, беҙҙе аптырашта ҡалдырып: “Апай, ә күбәләк тигән һүҙ ҡайҙан барлыҡҡа килгән?” – тип һорап ҡуйҙы. Тәүҙә ни әйтергә белмәй торҙоҡ, унан апайым: “Күп әйләнгәнгә күрә “күбәләк” тип атағандарҙыр уны,” – тип ҡуйҙы. Шунан апайым менән ултырҙыҡ та, “кү-бә-ләк” тип ижекләп әйтеп ҡараныҡ, унан ошо һүҙҙең матурлығы тураһында әңгәмә ҡороп, үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән, телебеҙҙәге һүҙҙәрҙең мәғәнәһен асыҡлай башланыҡ.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, йәшәйбеҙ, үҫәбеҙ, һөйләшәбеҙ – бөтәһе лә шулай булырға тейеш кеүек. Ә үҙебеҙҙең телебеҙҙең матурлығына бер ҙә иғтибар итмәйбеҙ икән.
Кү-бә-ләк, күбәләк! Ниндәй матур һүҙ! Исеме есеменә тура килеп кенә тора бит. Шундай еңеллек, наҙлылыҡ был һүҙҙә. Иғтибар итһәң, телебеҙҙең башҡа һүҙҙәре лә шулай бит...
Беҙ, тыуып, ошо донъяла тәүге һулышыбыҙҙы алғас та, йәнәшәбеҙҙә әсәйебеҙ, атайыбыҙ барлығын тоябыҙ. Телебеҙ ҙә “әсәй”, “атай”, тип асыла. Ә был һүҙҙәрҙең дә мәғәнәләре ниндәй ҙур төшөнсәгә эйә бит.
Әсәй! – иркәләгән йәйге йылы ел, ҡосағына алып йылытҡан наҙлы ҡояш бит ул. Шуға ла был һүҙ матур әйтеләлер. Ә инде “атай” тип әйткәндә һин ышаныс, таяныс барлығын тояһың. Түбәң күккә тейгәнсе күтәреүсе кеше бит ул атай!
Халҡым телендәге ошондай матур һүҙҙәргә байҡау яһап бөтә тирә-яғыма әйләнеп ҡарайым. Ағас, урман, ялан, сәскә, шишмә... Ниндәй генә һүҙҙе алһаң да, бөтәһе лә үҙенә тап килеп тора.
Телебеҙҙең үҙенсәлекле өндәре – ә, ү, ө, ҙ, ң – һүҙҙәргә матурлыҡ, наҙлылыҡ, йомшаҡлыҡ өҫтәй.
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
Бөйөк әҙибәбеҙ Зәйнәб Биишева телебеҙҙең гүзәллеген бына шундай тапҡыр һүҙҙәр менән аса.
Телебеҙҙең тағы ла бер сере бар: ул беҙгә инглиз телен үҙләштерергә ярҙам итә. Инглиз телендә булған ә, ү, ө, ҫ, ҙ, һ, ң өндәрен башҡа милләт кешеләре дөрөҫ итеп әйтә алмай. Ә беҙҙең ҡаныбыҙға был өндәр әсә һөтө менән бергә һеңешкән.
Бына ошоларҙы уйлағанда, ирекһеҙҙән удмурт шағиры Флор Васильевтың шиғыр юлдары иҫкә төшә: “Туған тел – ул тәүге аҙым кеүек, беренсеһен баҫмайынса икенсе аҙымыңды яһап булмай.”
(– Родной язык – как первый в жизни шаг
Без первого – второму не бывать.
Родной язык на всех земных путях
Всегда с тобой, Как любящая мать.)
Туған телем, ғәзиз халҡым кеүек: заманында нисек кәмһетергә тырышһалар ҙа, бөтөрөү ҡурҡынысы менән янаһалар ҙа, телем бөтмәгән. Көслө рухлы булып йәшәп килә. Бөгөнгө көндә тыуған ауырлыҡтарҙы ла, башҡорт халҡым, туған телем ваҡытлыса ғына ауырлыҡ итеп ҡабул итер, тип ышанам. Заман килер, киләсәктә туған телебеҙгә лә оло ихтирам менән ҡарай башларҙар, мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре күберәк булыр. Һәм ул ваҡытта балалар “Әсәй – мама була, атай – папа була,” тип ултырмаҫтар, ә бөйөк шағирҙарыбыҙҙың тел тураһындағы оло мәғәнәле шиғырҙарын ғорурлыҡ менән яттан һөйләрҙәр.
Үҙемдең һүҙҙәремде Кәтибә Кинйәбулатованың “Туған телем”шиғырындағы юлдар менән тамамлағым килә:
Атай тигәндә лә һин кәрәк,
Әсәй тигәндә лә һин кәрәк.
Тыуған ерем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә
Телем, һин кәрәк.
Алһыу МӘСНӘҮИЕВА,
Асҡын районы Ҡашҡа мәктәбе уҡыусыһы.