—Өләсәй, Ҡыш бабай йомарттыр ул, эйеме? Ә мин унан Яңы йылға айфон һораным әле!
—Балаҡайым, ул “майфун” тигән нәмәһе ат хаҡы тора ла баһа һуң! Ҡыш бабайҙың ул тиклем ҡыйбатлы бүләк алырға пенсияһы етмәҫ!
—Етә! Былтыр әхирәтем Гүзәлиәгә бүләк итте бит!
—Ҡыҙым, Хоҙай ҡушһа, киләсәктә “Майфун”ың да, башҡаһы ла булыр. Һаулығың, тәүфиғең, аҡылың булһын. Аллаһ Тәғәлә мәрхәмәтле, дөрөҫ итеп һорағандарға барыһын да бирә.
—Улайһа, Гүзәлиә дөрөҫ итеп һорағандыр инде...
—Ҡыҙым, бала саҡта теләгән бөтөн изге теләктәр ҡабул була. Ә теләккә ирешеү өсөн һинең үҙеңә лә тырыш булырға, яҡшы уҡырға кәрәк.
—Тимәк, бүләкте Ҡыш бабайҙан түгел Аллаһ Тәғәләнән һорарға кәрәк?
—Балаҡайым, Хоҙайҙың әмере булмаһа, япраҡ та һелкенмәҫ, ти. Теләкте Аллаһ Тәғәләгә, ихласлап, доғалар уҡып еткереү зарур. Тиҙ генә ятланылған “Фәтиха”, “Әл-Ихлас” сүрәләрен көн дә уҡып йөрөһәң, эштәрең уң килеп торор.
Бөйөк Ҡөрьән сүрәләрен ятлап ал!
“Фатиха” сүрәһе
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим! Әл-хәмдү лилләәһи Раббил ғәәләмиин. Әр-рахмәәнир рахиим. Мәәлики йәүмитддиин. Иййәкә нәғбүдү үә иййәкә нәстәғиин. Иһдинәс сыйраатал мүстәҡыым. Сыйраатал ләҙиинә әнғәмтә ғәләйһим ғайриль мәғдууби ғәләйһим үәләәддааааллиииин. Амин. Аллаһу әкбәр!
Башҡортса тәфсире: Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән (башлайым)!
Ғәләмдәр Раббыһы Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! (Ул) мәрхәмәтле, рәхимле. Яуап көнөнөң хужаһы. Һиңә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ һәм Һинән генә ярҙам һорайбыҙ. Беҙҙе тура юлға — рәхмәтеңә-ниғмәттәреңә ирешкәндәр юлына күндер. Зинһар, юлдан яҙғандар һәм нәфрәтеңә дусар булғандар юлына төшөрмә.
“Әл-ихлас”
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим. Ҡул һуу Аллаһу әхәд.
Аллаһу ссамәд. Ләм йәлид үә ләм йүүләд.Үә ләм йәкүә Алләһү күфүүән әхәд. Аллаһу әкбәр!
Башҡортса тәфсире: Мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым! Әйт: «Ул — бер яңғыҙ булыусы Аллаһ». Аллаһ — мәңгелек. Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы.
Сүрәләр уҡып, доға ҡылыуҙың әһәмиәте хаҡында!
Мөхәммәт, салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм, бер саҡ ҡатыны Ғәйшә, раҙыйаллаһу ғәнһәне, үҙ янына саҡырып алған да:
— Эй, Ғәйшәм! Дүрт нәмәне эшләмәйсә йоҡларға ятма: беренсе — Ҡөрьәнде тотош уҡып сыҡмай тороп; икенсе — минең ризалығымды һәм миңә тиклемге һәммә бәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алмай тороп; өсөнсө — иман килтереүселәрҙең ҡәнәғәтлегенә ирешмәй тороп; дүртенсе — хаж ҡылмай тороп.
— Ҡыҫҡа ғына арала быны эшләп өлгөрә алмаясаҡмын бит, — тип аптырай ҡатын.
— Шунан да еңеле юҡ, — тип көлөмһөрәй Рәсүлебеҙ. — Йоҡларға ятыр алдынан өс тапҡыр «Әл-Ихлас» һәм бер тапҡыр «Фәтиха» сүрәһен уҡып, һин тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡандай булырһың.
Салауат Аллаһүммә салли ғәләә сәйидинә Мөхәммәт үә ғәләә әәли Мөхәммәт, тип әйтеүең менән минең һәм миңә тиклемге бәйғәмбәрҙәрҙең ризалығын алырһың.
Иман килтереүселәрҙең һәммәһенең гонаһтарын ярлыҡауын Аллаһтан һорап, уларҙың ҡәнәғәтлегенә ирешерһең. Сүбхәналлаһи үәл-хәмдүлилләһи үә лә иләһә иллалаһу үәхдәһү лә шәрикә ләһү, ләһүл-мүлкү үә ләһүл-хәмдү үә һүүә ғәлә күлли шәйин ҡадир кәлимәһен әйтеп, хаж ҡылғандай булырһың.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерлә

Зөбәржәт ЯҠУПОВА әҙерләне.