+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 12:03

Ай, һылыу!

"Ай, һылыу" конкурсының сираттағы ҡатнашыусыларын ҡаршы алайыҡ.   

Ай, һылыу!
Ай, һылыу!

1) Ләйлә  Әбсәләмова. Хәйбулла районының Татар-үҙәк ауылынан.

“Миңә – 9 йәш. 3-сө синыфта уҡыйым. Сәнғәт мәктәбенең бейеү, вокал түңәрәктәрендә шөғөлләнәм. Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә яратам, бәләкәс ҡустым менән уйнайым.Төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашам. Спортты үҙ итәм".

2) Солтания һәм Уралия Батисовалар. Хәйбулла районының Бүребай ауылынан: “Беҙ игеҙәктәр, 4 класста тик "4" һәм "5" билдәләренә генә уҡыйбыҙ. Сәнғәт мәктәбендә хореография бүлегенә йөрөп белем алғандан һуң, баян бүлегендә уҡый башланыҡ. Буш ваҡытыбыҙҙа әсәйебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ҡустыбыҙҙы ҡарашыбыҙ, өйҙө йыйыштырабыҙ. Велосипедта һәм атта һыбай йөрөргә яратабыҙ".

3) Самира Зарипова. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан:

“ Миңә – 6 йәш. "Ләйсән" балалар баҡсаһына йөрөйөм. Буш ваҡытымда бейеү түңәрәгендә шөғөлләнәм. Әсәйемә һауыт-һаба, туҙан һөртөп, сәскәләргә һыуҙар ҡойоп ярҙамлашам".

4) Диана Вәхитова. Белорет районының Аҙнағол ауылынан:

“Миңә – 13 йәш. Белорет районының Сәрмән мәктәбендә һигеҙенсе синыфта уҡыйым. Буш ваҡытымда китап уҡырға, йырларға, бейергә, һүрәт төшөрәргә яратам. Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. Ырғаҡ менән матур-матур әйберҙәр бәйләйем. Һеңлем менән әсәйемә ярҙам итәм.”

5) Айһылыу Мөхәмәтҡолова. Ғафури районының Имәнлҽк ауылынан:

“Мин тик “5” һәм “4” билдәләрҽнә гҽнә уҡыйым. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам. “Аманат”ты яратып уҡыйым.  Буш ваҡытымда һүрәт төшөрөргә, китап уҡырға, йыр тыңларға яратам. Кешеләрҙе төрлө–төрлө, тәмле аҙыҡтар менән һыйлағым килә. Шуға ла киләсәктә ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерермен тием”. 

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: