Башҡорт теле көнөндә Өфөнөң “АРТ-квадрат”тағы “Фабрика” майҙанында II “Тамға” халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсын ябыу тантанаһы үтте. Еңеүселәрҙең исеме билдәле булып, уларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Беренсе "Тамға" конкурсы былтыр үткәрелгәйне. Проект традицион милли кейемдең уникаллегенә, этник үҙенсәлектәренә, заманса мода менән ҡатнашлыҡтағы төрлөлөгөнә иғтибар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре биш номинацияла ҡаралды: "Башҡорттарҙың милли кейеме – реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Балалар кейеме", "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре", "Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары". Финалға сыҡҡандар араһында "Тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңеүсе лә билдәләнде. Тауыш биреү конкурстың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә барҙы.
II “Тамға” быйыл көҙ, сентябрь айында башланғайны. 1-2 ноябрҙә һайлап алыу туры үтте. Жюри ике көн дауамында 200-ләп ҡатнашыусының эштәрен ҡараны. Конкурсанттар Италиянан, Төркиәнән, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Ҡурған, Силәбе, Ырымбур, Һамар өлкәләренән, Пермь крайынан һәм Башҡортостандан ине.
14 ноябрҙә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханала конкурс эштәрен яҡлау һәм финал өлөшө үтте. Йомғаҡлау турында 36 талантлы автор ҡатнашты.
Еңеүселәрҙе тәбрикләргә сыҡҡан Республика халыҡ ижады үҙәге директоры А. Әлибәков билдәләүенсә, үткән йылда стилләштерелгән кейемдәр күпселекте тәшкил итһә, быйыл милли кейемдең тарихи өлгөләренә ҡарап тергеҙелгән эштәр күп булған. Айырыуса балалар кейеме өлгөләрен күреү шатлыҡлы, тип тә билдәләне ул.
Үҙенсәлекле конкурста 1-се урынға лайыҡ тип табылған ҡатнашыусылар: "Балалар кейеме"ндә – Зөлфиә Насирова; "Заманса автор костюмы"нда – Роза Юлдашева; "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре"ндә - Марат Шахаев; "Традицион башҡорт костюмы аксессуарҙары"нда – Әлфиә Әхтәриева; "Башҡорттарҙың милли кейеме – реконструкция"ла – Артур Батыршин менән Айгөл Ғәлиуллина. Бынан тыш, әлбиттә, 2-се һәм 3-сө урындар ҙа үҙ еңеүселәрен тапты. Призлы урындар эйәләре дипломдар һәм аҡса сертификаттары менән бүләкләнде. Конкурстан тыш, башҡорт милли кейемен һаҡлау, популярлаштырыуға индергән өлөштәре өсөн ҡайһы бер оҫталарға махсус приздар ҙа тапшырылды.
Йомғаҡлау кисәһенең икенсе өлөшөндә сағыу тамаша – башҡорт милли кейеменең төрлөлөгөн, ғәжәйеп матурлығын күрһәткән дефиле ойошторолдо. Популяр йырсы Зилиә Бәхтиеваның "Мин башҡортса һөйләшәм" йырына төшөрөлгән клип та барыһының да күңеленә хуш килде.
Проект "Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләте берлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этно-мәҙәни үҫеше" дәүләт программаһы булышлығында тормошҡа ашырыла.
А. Нурмөхәмәтов фотолары.