+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2021, 05:15

Йома - мосолмандарҙың иң мөбәрәк, изге көнө!

Әгәр ҙә кеше йома намаҙынан һуң «Әл-Ихлас», «Әл-Фәләҡ», «Ән-Нәс» сүрәләрен ете тапҡыр уҡып сыҡһа, был кешене Аллаһы Тәғәлә аҙна буйына төрлө бәлә-ҡазаларҙан, бәхет­һеҙлектәрҙән һаҡлар.

Йома - мосолмандарҙың иң мөбәрәк, изге көнө!
Йома - мосолмандарҙың иң мөбәрәк, изге көнө!

Мәрхүмдәр өсөн доға ҡылайыҡ.

Белеүебеҙсә, кеше был донъянан киткәс тә, был тормошта һауап алыуы туҡтала. Әммә һәр мосолмандың үлемдән һуң да һауап алыу мөмкинселеге бар.
Әгәр кеше үҙ мөлкәтен изге эштәр өсөн тотонорға васыят итеп ҡалдырһа, бының өсөн ул үлемдән һуң да һауап аласаҡ. Шундай уҡ һауапты кеше тере сағында мөлкәтен аҡсаһын изге эштәр өсөн тотонһа ( мәҫәлән, мәсет төҙөүҙә ҡатнашһа, юл, күпер һалыу, ҡоҙоҡ эшләү, ағас ултыртыу, мәсеттәргә Ҡөръән китаптары ҡалдырыу һ.б) кеүек изге эштәре үлгәндән һуң да уға һауап килтереп торасаҡ. Баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң да был тормошта һауап алыуҙың тағы ике юлы бар- ул кеше тарафынан ҡалдырылған файҙалы белем һәм ата-әсәһе өсөн доға ҡылып торған иманлы бала.
Бәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с) әйткән (Абу Хурайра (Аллаһ унан риза булһын) еткерә: Кеше үлгәс, уның өс ғәмәленән башҡаһы туҡтала: дауамлы саҙаҡалары (саҙаҡа-джариә), файҙа биргән ғилеме һәм иманлы балаһының доғалары» (Мөслим, Вәсиййа, 14)
Был хәҙистә күреүебеҙсә, иманлы балаларҙың доғалары үлгән кешегә ҙур файҙа, һауап килтерә, Аллаһ ризалығы менән гонаһтары ғәфү ителә. Бында Ҡөръән уҡыу ҙа инә. Кем генә мәрхүм өсөн Ҡөръән уҡымаһын, ул файҙа килтереүе мөмкин, әммә әгәр Ҡөръәнде уның балаһы уҡыһа, уға һауап күберәк яҙыла. Мәрхүм ата-әсә йәки туғандар өсөн Ҡөръәнде өйҙә, мәсеттә уҡырға була, әммә иң яҡшы урын ул зыяратта, мәрхүмдең күмелгән урынында. Үлгәндәр өсөн зыярат ҡылыу ул пәйғәмбәребеҙҙең(ғәләйһиссәләм) мөһим сөннәте. Абу Бакр Ас - Сиддик (Аллаһ унан риза булһын) пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) әйткәнен ҡалдырған: " Кем генә йома һайын мәрхүм ата-әсәһенә, йәки береһенә, зыярат ҡыла һәм "Ясин" сүрәһен уҡый, шул кешегә Аллаһ был сүрәлә нисә хәреф һәм һүҙ бар, шунса гонаһын ғәфү итә" тигән
Кешеләр араһында ата-әсәйҙәре тере саҡта уларҙы тыңламаған, йәберләгән, үпкәләткәндәр бар. Әммә әгәр ата-әсәһе баҡыйлыҡҡа күскәс ул кеше туҡтауһыҙ доға ҡылһа, Аллаһ уны ғәфү итеп, ата-әсәһен хөрмәт иткән, уларҙы тыңлағандар араһына яҙып ҡуйырға мөмкин. Аллаһ Мәрхмәтле, Рәхимле. Мәрхүмдәргә зыярат ҡылғанда тауыш күтәреү, күмелгән урынды урап йөрөү, ҡосаҡлау, һуғыу тыйыла. Ата-әсәгә ҡарата хөрмәт менән килеп, Ҡөръән уҡып, доға ҡылып, хөрмәт менән китеү яҡшы. Уҡыған Ҡөръәнде Аллаһ ҡабул итһен, һауабы мәрхүмгә етһен өсөн доға ҡылып ҡуйыу кәрәк ғәмәл. Хәҙистә бер сәхәбә пәйғәмбәребеҙҙән былай тип һораған: «Эй, Аллаһтың рәсүле, атай-әсәйем мәрхүм булғандан һуң уларға яҡшылыҡ эшләү мөмкинлегем бармы, нисек мин уларға ярҙам итә алам?» – тип һораған. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһу ғәләйһис-сәләм: «Эйе, әлбиттә», – тигән һәм аңлатҡан: «Улар өсөн доға ҡыл, һәм Аллаһтан уларҙың гонаһтарын ғәфү итеүҙе һора. Уларҙың васыятын үтә. Атай-әсәйеңдең туғандары менән аралашып тор. Атай-әсәйеңдең дуҫтарын хөрмәт ит һәм уларға яҡшы мөнәсәбәттә бул!» – тигән (Әбү Дауыт хәҙистәр китабынан).
Аллаһ доғаларыбыҙҙы ҡабул итһен баҡыйлыҡҡа күскән ата-әсәйҙәргә ҡылған доғалар барып етһен, уларҙы Аллаһ ожмахҡа индерһен, балаларына иман ныҡлығы бирһен, әле яныбыҙҙа булған ата-әсәйҙәбеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ бирһен, был тормошта ла әхирәттә лә рәхәтлек биреп, гонаһтарын ғәфү итһен. Амин.

("Иманлы ғаилә" сайтынан үҙгәртмәй алынды)

Йома - мосолмандарҙың иң мөбәрәк, изге көнө!
Йома - мосолмандарҙың иң мөбәрәк, изге көнө!
Автор:"Аманат" журналы
Читайте нас: